Бәләкәйҙән сәхнәне үҙ итеп27.06.2016
Бәләкәйҙән сәхнәне үҙ итеп Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбле үҙенең 34-се йомғаҡлау концертын ҡуйҙы. Инде йолаға әүерелгән был байрамда кескәй бейеүселәр йыл буйы алған һабаҡтарын һәм ҡаҙаныштарын барлай.

Тулҡынланған ата-әсә­ләр һәм бейеү сәнғәтен яратҡандар менән шығырым тулы зал, һәр сығыштың үҙенә генә хас етдилеге, лирик минуттарҙың ябайлығы, эскерһеҙлеге байрамға үҙенсәлекле һулыш бирҙе. Сая егет-ҡыҙҙарҙың “Тарпандар”, “Кәркәүек” кеүек бейеүҙәрен тамашасы тын да алмай ҡараны. Уларҙан һуң cағыу костюмдар менән биҙәлгән “Матрешки”, “Киндер-сюрприз”, рус халыҡ бейеүҙәре дәррәү алҡыштарға күмелде.
Бейеү иленә яңы аяҡ баҫҡан өс-дүрт йәшлек сабыйҙар бөгөнгө байрамдың дебютанттары ине. Ә остаздары Луиза Рәил ҡыҙының ҡулынан алған миҙалдар, грамоталар һәм тәмле күстәнәстәр улар тормо­шондағы тәүге һәм ҙур уңыштарының береһе булғандыр.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Яхина кеүек кешеләр хаҡында “Хоҙай биргән педагог һәм юғары талант эйәһе” тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта яҙмыш бүләк иткән һәләткә ҡушып айбарлы хеҙмәт кәрәк икәнен дә оноторға ярамай. Был йәһәттән етәксебеҙҙән уңдыҡ, тип ғорурлыҡ менән әйтә урын­дағылар. Балаларҙың кесеһенән башлап ҙурына тиклем сәхнәне дер һелкетеп бейеп йөрөүендә ни тиклем ҙур эш башҡарылыуы күренә. Луиза Рәил ҡыҙының тырышлығына, егәр­лелегенә, түҙемлегенә, алтын ҡул­дарына һоҡланмау мөмкин түгел. Сығыш яһаған һайын яңы бейеүҙәр, яңы сағыу костюмдар менән дә тулыландырыла. Беҙ өйҙән бәпләп, әпәүләп кенә алып килгән бала­ларыбыҙҙан ул яҡты йондоҙҙар яһай, тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан сабый­ҙарға уңышҡа табан юл күрһәтә.
Луиза Яхинаның тәрбиәләнеү­селәренә хатта иң ауыр бейеү алымдары ла бер ни түгел. Шуға ла Францияла, Болгарияла, Абхазияла, Төркиәлә, Ҡабарҙа-Балҡар республикаларында, Мәскәү ҡалаһында үткән фестиваль-конкурстарҙа беҙ­ҙекеләр еңеү менән ҡайта. Етәксебеҙ “Гөлдәр” ансамблендә бына инде 19 йыл балаларға бейеү телен, сәхнәлә үҙеңде тота белергә өйрәтә. Шуның өсөн дә йомғаҡлау кисәһендә башҡарылған өс тиҫтәнән ашыу бейеүҙә реквизиттар менән оҫта эш итеү, бер тынала костюмдар алыштырыу, ролдәргә инеп сәхнә ки­лек­тәрен тоя алыу ғәҙәти күренеш ине.
Луиза Рәил ҡыҙы Яхина етәк­селегендәге “Гөлдәр” ансамбле өс тиҫтә йылдан ашыу хыялға табан атлаһа, уңыш һәм ҡаҙаныштар уларҙың ҡаршыһына килә. Билдәле: теләк менән уңыш юлдары киҫешһә, хыялдар һис шикһеҙ тормошҡа аша!


Вернуться назад