Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көндән-көн яңы уңыштар яуланыуы һөйөнөс өҫтәй, имен киләсәккә ышаныс бирә. Махсус йүнәлештәге дауаханаларҙың әүҙем эшмәкәрлеге менән бер рәттән ҡала поликлиникалары ла, алдынғы технологиялар ҡулланып, халыҡты юғары кимәлдә хеҙмәтләндерә. Өфөнөң 44-се поликлиникаһы ла алға ҡарап эш итә, тарихы ла уның күркәм.
Баш ҡаланың матур мөйөшөндә урынлашҡан был поликлиника бер нисә быуын халыҡтың ныҡлы ихтирамын яулаған. 1971 йылдың 27 июлендә Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау бүлегенең агрегат һәм элемтә аппаратураһы заводтарының эшселәренә, хеҙмәткәрҙәренә дауалау-иҫкәртеү ярҙамы күрһәтеү маҡсатында асылған ул. Әңгәмәсебеҙ – ойошманың баш табибы Юнир ДҮШӘНБАЕВ.– Юнир Исмәғил улы, бөгөн поликлиника ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй? Эшмәкәрлек нисек ҡоролған?
– 44-се поликлиника Өфөнөң Ленин районы халҡын – 42 меңдән ашыу кешене, шулай уҡ Нижегородка биҫтәһен хеҙмәтләндерә. Бай матди-техник базаһы, заманса диагностика ҡорамалдары булған был киң йүнәлешле дауалау-иҫкәртеү учреждениеһында бер сменала 700-ҙән ашыу кеше ҡабул ителә. Коллективта 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Бүлексәләр туғыҙ бинала урынлашҡан, улар араһында өс терапия бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, лаборатория, көндөҙгө стационарҙар бар. Учреждениела кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, һәр бүлек тейешенсә тулыландырылған. Терапия бүлектәренең үҙ регистратураһы, контакт-үҙәге бар.
– Сер түгел, таныштарыбыҙ араһында теге йәки был табипҡа күренер өсөн бер нисә аҙна алдан яҙылып, аҙаҡ тәғәйен көндә лә сәғәттәр буйы сират көткәндәр бар. Был күренеш шулай булырға тейешме, әллә унан ҡотолоу юлдары бармы?
– Табипҡа пациент регистратураға мөрәжәғәт итеп, йә иһә телефон, Интернет, инфомат аша яҙыла ала. Заман кешеһе өсөн ҡулай ысулдар байтаҡ. Бөгөн республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы яҙылыу өсөн дөйөм Интернет-портал менән дә эш итә. Бер телефон номеры буйынса шылтыратып, кәрәкле ҡалалағы кәрәкле табипҡа сиратҡа баҫырға була. Медицина учреждениелары дәүләт гарантияһына ярашлы эшләй, шуға күрә теге йәки был белгескә күренеүҙе көтөү ике аҙнаға ла һуҙылырға мөмкин. Һис шикһеҙ, кисектергеһеҙ ауырыу осраҡтарында сиратһыҙ ҡабул ителәләр. Алдан телгә алғанымса, 44-се поликлиника Нижегородкала йәшәгәндәрҙе лә хеҙмәтләндерә. Ә ундағы халыҡтың күп өлөшө – оло йәштәгеләр. Улар иһә яңы технологияларҙы ҡулланып өйрәнмәгән, шуға күрә табипҡа фәҡәт регистратура аша яҙылыуҙы хуп күрә.
– Әле йәй мәле, халыҡтың күп өлөшө ялға, баҡсаға юлланған. Был ваҡытта мөрәжәғәт итеүселәр һаны кәмейме? Һәр хәлдә, ниндәй үтенестәр менән килә улар?
– Эйе, йәйге осорҙа мөрәжәғәт итеүселәр һаны күҙгә күренеп кәмей. Ошонан файҙаланып, хеҙмәткәрҙәребеҙҙе ялға ебәреп ҡалабыҙ. Әммә улар урынында һәр саҡ белгестәр була, ҡабул итеү бөтөнләй туҡтатыла тигән һүҙ түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Икенсе урында – онкология сирҙәре. Пациентты ауыр хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн даими иҫкәртеү эштәре атҡарабыҙ. Инвалидтар, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн белгестәрҙән төҙөлгән төркөмдәр йәшәгән адрес буйынса йөрөй, медицина тикшереүҙәре үткәрәләр.
– “Ғаилә табибы” тигән күренеш йәмғиәттә киң тарала. Йәғни бер генә белгес һәр төрлө сирҙәр, осраҡтар менән эш итергә, ғаиләне хеҙмәтләндерергә тейеш. Быға һеҙ ниндәй ҡарашта?
– Был күренеш яңы түгел, элек ул икенсе төрлө аталды ғына. “Дөйөм практика табибы” тиҙәр уны. Беҙҙең поликлиникала ла ошондай табиптар эшләй. Әммә белгестең бер нисә йүнәлештәге белемгә эйә булыуы, киң ғилемлелек талап ителә. Түләүлеме, әллә дәүләт ҡарамағындағы бушлай медицина учреждениеһына барырғамы, пациент үҙе хәл итә. Поликлиниканың төп маҡсаты иһә – халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү.
Эшмәкәрлек сифатын юғары тотоу өсөн коллективтың хеҙмәттән тыш ваҡытын матур, файҙалы итеп ойошторорға тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, хеҙмәткәрҙәребеҙ спорт, мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша, әүҙем тормош алып бара.