Ашарға тешең бөтһә, эшләргә көсөң ҡалмаҫ27.06.2016
Ашарға тешең бөтһә, эшләргә көсөң ҡалмаҫТигеҙ, һау-сәләмәт, ап-аҡ тешле булыу тураһында кем генә хыялланмай икән! Ләкин күп осраҡта хыялдар ысынбарлыҡтан алыҫ тора, сөнки күптәребеҙ теш табибына ваҡытында мөрәжәғәт итмәй, уның боҙолоуына юл ҡуйып, ахыр сиктә ауыртыуына түҙә
алмай поликлиникаға килергә мәжбүр. Ысынлап та, тип-тигеҙ ынйы кеүек тештәрен күрһәтеп йылмайған кеше тирә-йүндәгеләрҙә һоҡланыу уята.

Сибайҙа шәхси стоматология клиникалары байтаҡ, унда тештәрҙе яматырға ла, һурҙырырға ла, профессиональ таҙартыу, үҫтереү ке­үек процедуралар эшлә­тергә лә була. Әммә күптәр ҡала теш дауалау поли­к­линикаһында оҙаҡ йылдар эшләгән Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, I категориялы табип-терапевт Рәүеф Үтәшевкә барыуҙы хуп күрә. “Ҡулдары алтын, эште ҙур оҫталыҡ менән, күңел йылыһын һалып башҡара”, – тиҙәр уның хаҡында. Электрон сират буйынса теш табибына иң күп яҙылыусылар ҙа тап Рәүеф Әбүбәкер улына икән. Уны дауаланыуға килеүсе­ләр ҙә, коллегалары ла иғтибарлы­лығы, тәжрибәһе өсөн хөрмәт итә.
Рәүеф Үтәшев Йылайыр райо­нының Исҡужа ауылында донъяға килгән. 1973 йылда Юлдыбай урта мәк­тәбен тамамлап, совхозда бер аҙ эшләгәс, әрме хеҙ­мәтенә алына. Хәрби хеҙ­мәттә сынығыу алған Рәүеф Әбүбәкер улы тыуған яҡта­рына ҡайтып юғары белем алыу хаҡында хыяллана. Туғандарының кәңәше буйынса документтарын Баш­ҡорт дәүләт медицина инс­титутына тапшыра. Һынау­ҙы уңышлы үтә, студент булыу бәхетенә ирешә. Артабан әллә күпме йоҡоһоҙ төн­дәр, дәрестәргә әҙерләнеү, имтихандар тапшырыу... Барыһы ла артта ҡала, стоматолог һөнәрен үҙләште­реп, йүнәлтмә буйынса тыуған яғына – Йылайыр район дауаханаһына эшкә ҡайта.
— Мәшәҡәтле, сабырлыҡ талап иткән эш булһа ла, һөнәрем оҡшай. Тап ошо шөғөлдө һайла­ғанға бер ваҡытта ла үкен­гәнем булманы. Бөгөн ул – халыҡ тарафынан иң талап ителгәндәрҙең береһе, тип әйтһәм дә, яңылышмаҫмын. Кешеләге бөтөн төр хроник инфекцияларҙың башлан­ғы­сы теш ауырыуҙарына бәйле. Был хатта үлем ос­раҡтарына ла килтереүе ихтимал. Тештәребеҙҙе таҙар­тып, тәрбиәләп йөрөй бел­мәйбеҙ икән, улар беҙҙән ауырыу яһаясаҡ, – ти Рәүеф Әбүбәкер улы.
Студент йылдарында уҡ буласаҡ табип Салауат районы ҡыҙы Рүзидә Рәсүл ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Бер-бер артлы сәскәләй өс ҡыҙ донъяға килә. Артабан улар Юлдыбай ауылында төпләнә. Бәхетле ғаиләне тағы ла шатландырып, улдары Азамат тыуа. Шуныһы ҡыуа­ныс­лы: Рәүеф Әбүбәкер улына ҡайҙа ғына эшләргә тура килһә лә, үҙ пациенттары табиптың артынан йөрөй. Балалары бер аҙ үҫә төшкәс, уларға юғары белем биреү, төрлө яҡтан үҫтереү ниәтендә 1997 йылда Үтәшевтәр Сибай ҡалаһына күсеп килә. Тәжрибәле та­биптың даны алдан йөрөй тигәндәй, теш дауалау поликлиникаһында шунда уҡ урын табыла.
– Бөгөн тештәрҙе дауалау алымдары ғәйәт күп, яңы технологиялар ярҙа­мында сифатлы материалдар менән күптәргә ҡай­танан йылмайыу бүләк итерлек ҙур мөмкинлектәргә эйәбеҙ. Хәҙерге ваҡытта цементлы пломбалар менән бер рәттән яҡтылыҡ ярҙа­мында нығытыла торған, биологик һәләте һәм ныҡлы­ғы менән ысын тешкә оҡ­шаш материалдар ҡулла­ныла. Шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыу ысулдарынан заманса препарат – анестетиктар бар. Әгәр кеше элегерәк тешен дауаларға килгәндә бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо кисерһә, хәҙер ауыртыуҙы ла тоймай, “рәхәтләнеп” ямата, һурҙырта, үҫтерә, ағарта һәм таҙарта ала. Әммә һәр кем ябай ғына бер хәҡиҡәтте иҫенән сығармаһын ине: йылына ике тапҡыр тикшерелеп тороуҙы ғәҙәткә индереү зарур, – тип кәңәштәре менән уртаҡлашты Рәүеф Үтәшев.
Күптәр сәләмәтлек тап тештәрҙән башланғанын белмәй йәки белергә теләмәй. Юҡҡамы ни, халыҡ мәҡәле лә “Ашарға тешең бөтһә, эшләргә көсөң бөтә” тимәйҙер бит. Әкиәттәрҙә һөйләнелгәнсә, “утыҙ ике мәрйен тешен” күрһәтеп йылмайыу һәр бере­беҙгә лә шатлыҡлы бит. Тап арабыҙҙа Рәүеф Үтәшев кеүек үҙ эшенең оҫталары бар сағында бындай матурлыҡты булдырыу ауыр түгел.
Хеҙмәт һөйгәнде бәхет ташламай. Балаларының барыһы ла ҡасандыр үҙе хыял иткән юридик белемгә эйә булған. Ике ҡыҙы полиция өлкәһендә эшләһә, улы Азамат тиҙҙән ҡулына юрист дипломын аласаҡ. Ике ейәнсәр, ике ейән һөйөп, һөйөклө ҡатынының, ғәзиз балаларының оло хөрмәтенә һәм ихтирамына лайыҡ ул. Үҙ ҡулдары ме­нән йорт төҙөй, баҡса үҫтерә. Буш ваҡытында ҡулына гармунын алһа, уға үҙенең моңло тауышы менән Рүзидә Рәсүл ҡыҙы ла ҡушыла...


Вернуться назад