Бөрйәндән алып сәм24.06.2016
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында республика чемпионаты бара.
Быйылғы сараға төрлө тарафтағы 22 ойошманан 250-нән ашыу кеше йыйылған. Улар йәйәүле һәм һыу туризмы, коляскала велотуризм һәм башҡа ярыш төрҙәрендә үҙҙәрен һынаясаҡ. Ҡатнашыусылар беренсе көндө ГТО нормаларын тапшырған. Спорт төрҙәренән тыш, аш-һыу, лагерҙар биҙәлеше, йыр конкурстары үткәреләсәк.
Сара барышы тураһында беҙгә телефон аша Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Эльвира Хафизова һөйләне.
– Кәйефебеҙ көр, һауа торошо һәйбәт. Ағиҙел буйында палаткаларҙан ҙур ҡаласыҡ төҙөп ҡуйҙыҡ. 35 команда ла чемпионатҡа яҡшы әҙерлек менән килгән. Сәмләнеп һәр ярышта ҡатнашалар, – тине ул. – Чемпионатты йыл һайын үткәрәбеҙ, Бөрйән иһә беҙҙе тәүге тапҡыр ҡабул итә. Бик йылы ҡаршыланылар. Сараны асыу тантанаһынан һуң матур концерт ҡараныҡ. Күптәр быға тиклем Бөрйәндә булмаған, шуға хозур тәбиғәткә һоҡланып туя алмайҙар. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ошондай аралашыу, танышыу майҙансығы булдырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Улар чемпионатты йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтә.