Ауырыһаң, ураҙаны туҡтатып тор24.06.2016
– Әсәйем өс йыл рәттән ураҙа тота. Быйыл да изге ғибәҙәтте үтәп йөрөй ине, ҡапыл һыуыҡ тейҙереп ауырып китте. Ураҙаңды туҡтатып тор, дауалан, тиһәк тә, тыңламай, ғәмәлен дауам итә. Ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Т. ҠОРМАНОВА.

Бөрйән районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, изге Рамаҙан шәриф айында һәммәгеҙҙе лә ихлас тәбрикләйем. Тотҡан ураҙа­ларыбыҙ ҡабул ҡылынһын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ!
Рамаҙандың яртыһы үтеп тә китте. Әл-хәмдү лил-ләһ, Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотҡандарға уңайлы көндәр бирҙе: ҡояш ҡыҙҙырған мәлдә лә еләҫ ел иҫеп торҙо, ямғыры ла ваҡытында ҡойоп үтте. Раббыбыҙ шулай үҙенең рәхмәтенә өлгәшергә теләгән әҙәмдәренә еңеллек ебәрҙе. Алдағы көндәрҙе лә сабырлыҡ менән бергәләп үткәрербеҙ, иншаллаһ.
Ураҙа тотҡандарҙың йылдан-йыл күбәйә барыуы һөйөнөслө. Майҙан киңәйгән һайын, һис шикһеҙ, ерҙә иман нығыраҡ тамыр йәйер. Ғәмәлде үтәгәндәрҙең йәшенә килгәндә, Исламда ҡыҙ бала – туғыҙ, малайҙар 12-13-тән бәлиғ һанала. Тимәк, ураҙа тотоуҙы ошо ваҡыттан башлау дөрөҫ була. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә иһә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ғәмәлде үтәмәҫкә рөхсәт ителә. Урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Мәғлүм ки, уның күләме быйыл көнөнә 150 һумдан иҫәпләнде. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн бирергә мөмкин. Ризыҡлата тапшырыу ҙа рөхсәт ителә.
Шул уҡ ваҡытта бәғзеләргә, бик теләгән хәлдә лә, сәләмәтлеге ураҙа тоторға мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына фидиә саҙаҡаһы тапшырырға була. Хәҙер бит хроник сирлеләр күп. Айырыуса ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре һәм башҡа ауырыуҙар киң тарала. Кеше, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә лә ҡолаҡ һалмайынса, асығып йөрөп, һөҙөмтәлә организмына ҙур зарар килтерә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ тип түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк. Аллаһ Тәғәлә биргән рөхсәттән файҙаланыу зарур.
Ә әлеге һорауҙа аңлашылыуынса, ҡәрҙәшебеҙ ваҡытлы сир тейҙергән. Бындай осраҡта ураҙаны туҡтатып тороп, ҡазаға ҡалдырырға рөхсәт ителә. “Беҙ һеҙгә ауырлыҡ теләмәйбеҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Сирҙе ваҡытында дауала­майһың икән, уның көсәйеп китеүе, һөҙөмтәлә насар эҙемтәгә килтереүе ихтимал бит. “Үҙегеҙҙе үҙ ҡулығыҙ менән һәләкәткә алып бармағыҙ”, ти Ҡөрьән. Пәйғәмбәребеҙ ҙә хәҙистәрендә сәләмәтлеккә ҡарата иғтибарлы булырға өндәгән. “Йә, Рәсүлуллаһ, ауырыһаҡ, дауаланайыҡмы, әллә Аллаһ Тәғәлә шифаһын ебәрерме?” – тип һораған бер мәл сәхәбәләр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән. “Дауаланығыҙ, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Шул саҡта Аллаһ Тәғәлә шифаһын юллар”. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Раббыбыҙ ауырыған саҡта ураҙаны туҡтатып торорға, дауаланырға рөхсәт бирә икән, был еңеллектән файҙаланырға тейешбеҙ. Әҙәм балаһын юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде үҙебеҙҙән яҡшыраҡ белә.
Һау-сәләмәт булған барыбыҙға ла иһә Аллаһ Тәғәлә ураҙаны ҡалдырмай тоторға насип ҡылһын. Боронғоларҙан ҡалған өлгө был. Рамаҙан айы ниндәй генә ваҡытҡа — бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме — тура килһә лә, улар изге ғибәҙәтте ҡалдырмаған. Ошо үрнәкте дауам итергә яҙһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад