Изге Рамаҙан шәрифтең 27-се төнө – Ҡәҙер кисе. Унда Раббыбыҙҙың рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә Ҡәҙер кисе хаҡында айырым сүрә бар. Уның индерелеү тарихы былай: бер саҡ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына Аллаһ Тәғәлә юлында 80 йылдан ашыу тырышып хеҙмәт иткән кеше килгәс, сәхәбәләр уйға ҡала. “Йә, Рәсүлуллаһ, беҙҙең ғүмер улай уҡ оҙон булмаҫ, ошондай дәрәжәгә өлгәшә алырбыҙмы?” — тип һорай улар Пәйғәмбәребеҙҙән. Яуап рәүешендә “Ҡөрьән”дә Ҡәҙер кисе тураһында айырым сүрә барлыҡҡа килә. Уның мәғәнәһе шулай: әгәр ошо кистә иманлы бәндә ғәмәл-ғибәҙәт ҡыла икән, ул Аллаһ Тәғәләгә 80 йылдан ашыу хеҙмәт иткән кешенекенән дә ҙурыраҡ сауапҡа өлгәшә.
“Йә, Рәсүлуллаһ, был мәлдә ниндәй доға ҡылайым?” — тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡатыны Ғәйшә. Пәйғәмбәребеҙ уға “Эй, Раббым, һин — ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарҙы ла ярлыҡа” тигән доғаны уҡырға бойорған. Ғөмүмән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Рамаҙан айының ахырғы ун көнөндә кистәрен тотош ғаиләһе менән ғибәҙәттә булған. Хатта ки үҙе төндәрен мәсеттән сыҡмайынса намаҙ уҡыған.
Мосолмандың
изге бурысыРеспублика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет ярҙамында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратындағы йәштәр бүлексәһе янғындан зыян күргәндәргә көнкүрештә кәрәкле әйбер, кейем-һалым йыйҙы. Сара “Мәрхәмәтлектең изге йылмайыуы” акцияһына ярашлы үткәрелде.
Йыйылған әйбер Благовещен районында йортһоҙ ҡалған ғаиләләргә бирелде. Мәғлүм булыуынса, ундағы Яңы Надеждин ауылында биш йорт янып, 15 кеше урамда тороп ҡалды, һигеҙе – балалар.
“Мохтаждарға ярҙам итеү – һәр мосолмандың изге бурысы, – ти мөфтиәт рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫланов. – Бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәһәк, Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итер. Акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Ураҙа айында ҡылған изге ғәмәлдәре яуап алһын, иншаллаһ”.
Моңдарынан
йөрәк нурландыИзгенән дә изге Ислам дине
Әҙәплелеккә гел өйрәтте.
Ҡөрьән моңонан йөрәк нурланды,
Аяттары йәнде тетрәтте.
Ҡибла яҡҡа ҡарап ғибәҙәттәр
Ҡылырға ла тик Ул өйрәтте.
Аллаһ барлығына ышанмаһаң,
Ҡабул булыуы юҡ теләктең.
Нәфселәрҙе тыйыр ураҙаң бар,
Сәләмәтлек өсөн кәрәкле.
Ҡөрьән моңо иманлы бәндәне
Сабырлыҡҡа ғына өйрәтте.
Изгеләрҙән-изге Ислам дине
Ғәҙеллеккә генә өйрәтте.
Харам ашты, харам малды һөймәҫ
Ислам динен тотҡан әҙәпле.
“Дини тәҡүим” китабынан.
Шөкөр итә бел“Өс нәмәнән кешегә бер ваҡытта ла зыян булмаҫ: ауырлыҡ килгәндә доғанан айырылмау, гонаһ ҡылғанда Аллаһтың ярлыҡауын һорау, етешлектә йәшәгәндә шөкөр итә белеү”, – тигән имам Садиҡ.
Раббыбыҙҙың биргән ниғмәттәре, ысын күңелдән һөйөү менән ҡабул ителмәһә, күпкә бармай. “Аллаға шөкөр! Әл-хәмдү лил-ләһ!” – тип һәр саҡ ҡабатлап торорға кәрәк. Шул саҡта әҙәм балаһының тормошонда мәрхәмәт-ниғмәт, бәрәкәт артыр.
“Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итә белеү бәндәне бәләләрҙән һаҡлай, игелектәрҙе ышаныслы һәм дауамлы итә”, – тигән Ғәли хәҙрәт.
Үҙән тулы
алтыны булһа...“Ебәктән һәм башҡа шундай ҡиммәтле туҡыманан тегелгән кейемгә ынтылмағыҙ, алтындан эшләнгән һауыттан эсмәгеҙ, ашамағыҙ. Уларҙың барыһы ла иманһыҙҙарға — фани донъяла, мөьминдәргә ахирәттә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ ирҙәргә. Былар биҙәнеп-төҙәнеү өсөн ҡатын-ҡыҙға ғына рөхсәт ителә.
Фани донъяла матди байлыҡ һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә килтереп кенә тора. Улар күп булһа, кеше тормоштоң башҡа гүзәллектәре хаҡында онота башлай. “Әгәр ҙә ки әҙәм балаһының үҙән тулы алтыны булһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн тултырырға теләр”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Исламда алтын менән ебәкте тыйыу — барҙы исраф итеүгә, мал туҙҙырыуға, артыҡ ҡупшыланып йөрөүгә ҡаршы алып барылған көрәштең бер өлөшө. Байлығы артҡан һайын кешенең күңеле ярлылана бара, рухы зәғифләнә, араларҙағы татыулыҡ тарҡала. Шул уҡ ваҡытта мал-мөлкәт өсөн ҡан ҡойоп, йән ҡыйып йөрөү мосолман эше түгел. Пәйғәмбәребеҙ алтынды тәнгә шифаһы булһын өсөн генә файҙаланырға кәңәш биргән.
Әҙәплелек –
хазинаКешенең бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө ҙур. “Бер-берегеҙгә ышана белегеҙ, — тип өйрәтә Ислам. — Ҡәрҙәштәрегеҙҙән изгелек кенә көтөргә өйрәнегеҙ, һөйләгән һүҙҙәренән насарлыҡ эҙләмәгеҙ. Башҡаларға ышаныу гонаһҡа батып барғандарҙы ла бәләнән ҡотҡарып ҡала”.
Күркәм холоҡ, тәрбиәлелек — әҙәм балаһындағы иң матур сифаттар. “Улар барҙа ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная”, — тигән имам Садиҡ. Бөгөнгө аҡыл эйәләренең күбеһе әҙәплелекте, тәрбиәлелекте бәхеткә, уңышҡа алып барған хазина тип белә.
Аяттарға күҙ һалайыҡ: “Үлсәгән ваҡытта ғәҙеллек кәрәк, бизмәнегеҙ дөрөҫ булһын. Бының аҙағы — яҡшы”, “Белмәгәнеңде беләм тип барма: ҡолаҡтарың, күҙҙәрең, күңелең был йәһәттән бергәләп яуап тотасаҡ”, “Күкрәгеңде киреп йөрөмә: ерҙе үтәнән-үтә тишеп сығырға көсөң барыбер етмәҫ, буйың менән дә тауҙар түбәһенә етә алмаҫһың”, “Тәкәбберлеккә бирелеп, маҡтанып йөрөгәндәрҙе Аллаһ һөймәй” һәм башҡалар.