Мәңгелек “үҫмерлек” кемгә килешмәҫ...24.06.2016
Бөгөнгө ҡулланыусылар йәмғиәте өсөн бер кемдең дә ҙураймауы ҡулай, йәғни уға ҡулына яңы гаджет тотҡан, шунан ҡолаҡсын аша көй тыңлап йөрөгән, һуңғы мода буйынса кейенгән, оло амбициялы үҫмер менән эш итеү күпкә еңелерәк, килемлерәк тә. Алыш-бирешкә ҡоролған система өсөн бындай әҙәм заты батарейка кеүек: уны туҡландырып ҡына тороу шарт – файҙаһын күрәһең дә күрәһең.

Туҡланыу төшөнсәһе был осраҡта теге йәки был ризыҡты, кейем-һалымды һатып алыу ғына түгел, ә киңерәк планда – рухи аҙыҡ туплау мәғәнәһендә лә – ҡулланыла. Йәш быуынға Көнбайыш тарафынан йәшәү, үҙ-үҙеңде башҡалар араһында тотоу, ололарға, кескәйҙәргә ҡарата мөнәсәбәт, фекер йөрөтөү “өлгө”һө һәр төрлө сығанаҡтар аша бик әүҙем тәҡдим ителә. Уның ҡарауы, һайлау, аҙ ғына булһа ла уйлап ҡарау мөмкинлеге юҡ, көн итеү моделе тулыһынса әҙер, майлап-ялтыратып “ҡаптырыла”.
Ошонда уҡ бөгөнгө ғаиләләрҙең тарҡалыуға әҙер тороуы, йәмғиәт ағзалары менән мөнәсәбәттәре мәсьәләһе күҙ алдына килә. Элегерәк сит илдә генә булһа, бөгөн иһә үҙебеҙҙең Рәсәйҙәге кино, эстрада йондоҙҙарының, бизнес вәкилдәренең дә әле быныһы, әле тегенеһе никах теркәп, бер нисә айҙан, хатта көндән һуң айырылышыуы, уртаҡ булған мөлкәтте бар донъяға яр һалып бүлешеүе, киң мәғлүмәт саралары аша “дан ҡаҙаныуы” киң таралған. Интернет киңлектәрендәге һәр өсөнсө яңылыҡтың ошондай йөкмәткеле булыуы ла йәш быуындың аңында эҙ ҡалдырмай ҡалмай. Йәғни алдараҡ телгә алынған “үҫмер” образы сараһыҙҙан йәшәү өлгөһөн тап ошо сәхнә йондоҙҙарынан ҡабул итә. Тормошто шулайыраҡ ҡорорға кәрәк икән, тип уйлай. Ҙур тормошҡа аяҡ баҫмаған егет һәм ҡыҙҙарҙа күҙәтелгән “һәр төрлө яңылыҡҡа сарсау” сифатын бөгөн барса халыҡҡа һеңдерергә тырышалар. Имеш, рухи яҡтан ни тиклем ярлы, аңһыҙ икәнһең, шул ҡәҙәре хөрмәтле, заманың өсөн алдынғы буласаҡһың. Бөгөнгө йәмғиәттә “яҡшы” тәҡдимдәрҙең күплеге – үҙе үк етди, уйландырырлыҡ мәсьәлә. Кешегә телефонын – йылына бер, эш урынын – ике йылға бер, йәрен өс йылға бер тапҡыр алыштырыу мөмкинлеге бирелгән. Бер нәмәгә тоғролоҡ һаҡлау ауырға төшә, сөнки дөйөм система быны өнәмәй хәҙер. Туҡтарға ярамай, юғиһә өҙөклөк хасил була. Ихлас фекерләү, уйға бирелеү иһә ҡулланыу ритмын үҙгәртеүгә тиң. Тотош механизмға хәүеф янаясаҡ. Шуға күрә бөгөн халыҡтың аңы “позитив” фекер йөрөтөү менән томалана. Ҡайғы-хәсрәт йәшәйештән, зиһендәрҙән һыҙып ташлана, башҡаларҙы “маҙаһыҙламаҫҡа” тырышыу һәр төрлө мөнәсәбәттәрҙе, хис-тойғоларҙы яһалмаға әйләндерә. Йәш ғаиләләрҙең ябай ғына сәбәп арҡаһында ла айырылышыуға ынтылыуы, уртаҡ мәсьәләне уйлап, үлсәп тикшереү, бергәләп хәл итер урынға, бер-береһенән тиҙерәк ҡотолоу юлын эҙләүе лә – ошоға асыҡ миҫал. “Ана, шул ханым айырылған, хәҙер иһә яңғыҙы шартлатып донъя көтә, тапҡан-таянғаны – үҙенә, нервыһы ла ҡаҡшамай...” – тип фекер йөрөтөү йәш әсәләр, ҡатындар араһында танылыу яулай. Йә иһә, “Ишет­тегеҙме, оло йәштәге фәлән-фәлән “йондоҙ” тағы йәшерәк кәләш алған. Донъяның тәмен белеп, теттереп йәшәр кәрәк, ғүмер бер генә”, – тип бәйән иткән ир-егеттәр ҙә юҡ түгел. Әлеге фекер уларҙың да мейеһендә урын алмай ҡалмаған...
Ысынбарлыҡ ошоларҙы сағылдырһа, хәҡиҡәттең бөтөнләй икенсе икәнлеген уйлап еткермәйбеҙ. Ғаилә, тоғролоҡ, саф һөйөү төшөнсәләре бер ҡасан да аҡса, дан менән үлсәнмәгән, тиңләнмәгән дә. Улар булған, бар һәм буласаҡ. Урындары ғына – эскерһеҙ, түҙемле, ипле йөрәктәрҙә, ихтирам менән баҡҡан күҙҙәрҙә, икәү генә белер серҙәрҙә, усаҡ һүнмәҫ йорт түрҙәрендә. Сәхнә йондоҙҙары, киң эшмәкәрлек йәйелдергән коучерҙар, һәр өлкәлә “оҫта” белгестәр, заман психологияһы, кино-тапшырыуҙар тәҡдим иткән “елле” кәңәштәр ҙә, өлгөләр ҙә бер тин тормаҫ, әгәр йәштәр ҙә, ололар ҙа һәр аҙымын айыҡ аҡыл, намыҫ, сабырлыҡ, иман аша баһалап, алға табан барһа...


Вернуться назад