Иҫтамғол ҡаһарманы24.06.2016
Тыуып үҫкән ауылыма бәйле тарихты һәм шәжәрәләрҙе өйрәнеү барышында Кирам Илһамов тигән батыр тураһында мәғлүмәткә юлыҡтым. Элекке уҡытыусым Рәхим Иҫтамғолов яҙып ҡалдырған уны.


“Кирам бик йәшләй генә ата-әсәһенән үкһеҙ етем ҡалған, Силәбе өлкәһендәге Үрләҙе ауылының бер байында тамаҡ хаҡына ялсылыҡта йөрөгән, – тиелгән мәҡәләлә. – Донъяның аҫты-өҫкә килеп, болғансыҡ һыуҙай боларып торған мәле. Верхнеуральскиҙа бер туған Кашириндарҙың отряд ойоштороп, шунда доброволецтар йыйыуы хаҡында ишетеп ҡала үҫмер. Хужанан рөхсәт һорап тороуҙың файҙаһы юҡ икәнен белгәнгә күрә, ул ҡыйыу аҙым яһай: байҙың өйөр айғырына атланып ҡалаға елдерә. Билдәле, атлы башҡортто ҡуш ҡуллап отрядҡа ҡабул итәләр. Ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгән яндырай егет, үҙ-үҙен аямай, тоғро аты менән яу яланының иң ҡыҙыу нөктәләренә атлыға.
Хәл иткес минуттарҙа ла юғалып ҡалмаған башҡорт егете үҙен ҡыйыу, тәүәккәл яугир итеп танытып өлгөрә. Дәһшәтле алыштарҙың береһендә уларҙың эскадроны ҡамау эсендә ҡала. Кирам, дошман менән айҡаша-айҡаша, утлы мәхшәр эсенән яралы командирын эләктерә һалып, уны эйәре алдына арҡыры һала. Байтаҡ араны сабып үткәс, командирының ҡатынын – хәрби врачты – иҫенә төшөрөп, киренән ут-ялҡын уртаһына атлыға. Үлемесле яраланған ҡатынды эйәренең артына һалған килеш сос һыбайлы йәнә алға ынтыла… Ошо ҡаһарманлығы өсөн Кирам Илһамов юғары наградаға лайыҡ була…”
Яҙма менән танышҡас, кисекмәҫтән ҡаһарман ауылдашым хаҡында мәғлүмәт йыйырға тотондом. Әммә уның ҡайҙа һәм нисек, нисәнсе йылдарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткәне хаҡында хатта ейәнсәре Ғәйшә Зайцева ла (Измайлова) бер ни белмәй булып сыҡты. Бары уларға ниндәйҙер ят кешеләр килеүе, Илһам олатаһы хаҡында һорашып төпсөнөүҙәре хаҡында әсәһе Нәйләнең һөйләгәнен генә иҫенә төшөрә алды.
Күпте белгән, күпте күргән ауыл ағинәйе Хәдижә Ваһапова ла уның хаҡында: “Яндырай холоҡло ир-уҙаман ине, ҡулындағы пистолетын башы осонда болғай-болғай, һалым йыйырға килгәндәрҙе ауыл осона тиклем ҡыуып ебәрә торғайны”, – тип кенә әйтә алды.
Был хәл мине тамам аптырауға ҡалдырҙы. Ярты юлда туҡталып ҡалмаҫҡа, башлаған эшемде аҙағына ҡәҙәр еткерергә ғәҙәтләнгәнмен. Учалы хәрби комиссариатына барҙым. Үкенескә ҡаршы, Граждандар һуғышында ҡатнашҡандар тураһында мәғлүмәттәр булманы. Шулай ҙа Иҫтамғол ауылының ир-уҙаманы Кирам Илһамовтың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡайҙа һәләк булғанлығы хаҡында белешмә бирҙеләр: “Илһамов Бөйөк Еңеү яҙына һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, 1945 йылдың 23 мартында, һәләк булған”. Уның ерләнгән урыны ла күрһәтелгән: Көнсығыш Пруссия, Браунсберг ҡалаһы, Толлендорф ауылы. Һуңынан тәрәнерәк мәғлүмәт алыу өсөн урындағы музей исеменән Рәсәй Оборона министрлығының Подольскиҙағы Хәрби архивына хат менән мөрәжәғәт ебәрҙем. Архив хеҙмәт­кәрҙәренең яуап бирә алыуына шикләнеп, тамам төңөлөп барғанда, “Эҙләнеү бара” тигән открытканы һөйөнсө кеүегерәк ҡабул иттем. Һәм бына, ниһайәт, уларҙан хәбәр килде. Унда яҙылғандарҙы һүҙмә-һүҙ бирәм: “Сообщаем, что по Вашему запросу было выявлено: Илгамов Кирам Амангельды (шәжәрәлә – Аҙнагилде улы. – Авт.), 1901 г. рождения, красноармеец, 62 к.п. Награжден орденом “Красное Знамя”. Место и время совершения подвига: 1923 год под г. Термезом (Төркөстан иле. – Авт.) в боях против басмаческих шаек «Хурам Бека». К награде представлен – ЦИК СССР. Номер и дата приказа РВС СССР о награждении № 317 от 1925 года. 7 апреля 1934 года орденская книжка №11630 выслана пред. Учалинского РИКа”.
Үҙем өсөн яһалған оло асыштан һуң “Һуйырҙар” аймағы шәжәрәһенә күҙ һалдым һәм уның нәҫел ептәрен барланым.
Ревизия белешмәләрен аҡтарам.1834 йылғы сығанаҡта Иҙрис улы Яйыҡбайға – 81 йәш, Абзалға – 32 йәш тиелә. Иҙрис улдарының тағы береһе Моғолбайҙың – 1833 йылда, Сирбайҙың 1817 йылда вафат булыуы тураһында яҙма бар. Уларҙың шәжәрәһе бына шул рәүешле: Атағол – Иҙрис – Сирбай. Сирбай улы Аҙнагилденең балалары: Хөснөтдин, Байгилде, Ғилмитдин, Ғәләүетдин, Мәүлит, Мәрхиә, Илһам. Кирам Илһамовтың өс улының, бер ҡыҙының исеме яҙылған: Ғиндулла, Арыҫлан, Абдулла, Нәйлә. Силәбе өлкәһенә ҡараған Александровкала Кирам Илһамовтың ҡыҙы Нәйләнән тыуған ейәнсәре Ғәйшә Измайлова ла (Зайцева) шул уҡ ауылда йәшәй. Тағы Белоретта ғүмер кисергән улы Абдулла, ҡатыны Флүрә апай ҙа гүр эйәһе инде. Шулай итеп, герой олатай тураһында мәғлүмәттәр табып, ауылым тарихының йәнә бер битен тулыландырҙым.






Вернуться назад