Бал ҡорто саҡһа…24.06.2016
Йәйҙең иң ҡыҙыу мәле. Ауыл ерендә эш күп: бәрәңге утарға, бесән әҙерләргә, еләк-емештән ҡайнатма яһарға һәм башҡаларына өлгөрөргә кәрәк… Бына шул эштәрҙе башҡарып йөрөгәндә уйламағанда бал ҡорто сағыуы ихтимал. Ә уның ағыуы ҡайһы берәүҙәрҙе аяҡтан йыға.
Бал ҡорттары еҫте һәйбәт һиҙә. Улар крем, хушбуй, спирт, һарымһаҡ, һуған, тир, бензин, кәрәсин еҫен, киҫкен хәрәкәттәрҙе яратмай. Сәбәләнеүҙәрҙе һөжүм тип ҡабул итеп, үҙҙәрен яҡлау, һаҡлау өсөн кешегә ташланалар ҙа инде. Әгәр ҙә бал ҡорто һеҙҙең тирәлә осоп йөрөй икән, уны ҡыумағыҙ, янығыҙҙан киткәнсе туҡтап тороғоҙ.
Ҡорт саҡҡан урын ҡыҙара, организмда хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, тын ҡыҫыла, баш әйләнә, 5-15 минуттан тәндә тимгелдәр күренә. 20-30 минуттан һуң был урын шешеп сыға. Ҡорт ағыуына һиҙгер һәм йөрәге сирле кешеләрҙең шок кисереүе, һулышы туҡтауы, тәне тимгелдәр менән ҡапланыуы мөмкин. Был ваҡытта ауырыуҙы кисекмәҫтән ятҡырырға, елләткесте ҡабыҙып, һауа өрҙөрөргә кәрәк. Телде, тамаҡты, аңҡауҙы ҡорт саҡҡан осраҡтар айырыуса ҡурҡыныс, сөнки кешенең тыны ҡыҫыла.
Ҙур ҡан тамырҙары, күҙ сағылғанда ла ғүмергә ҡурҡыныс янауы бар. Аллергиянан яфаланыусыларға ла ҡорт ағыуы килешмәй. Бындай саҡта кеше шешенә, ҡысына, күңеле болғана, ҡоҫа, эсе китә, ҡурылдай быумаһы өйәнәге, анафилактик шок булыуы ихтимал.
Бал ҡорто саҡҡандан һуң нисек итеп беренсе ярҙам күрһәтергә?
Иң башта тәнгә ҡаҙалған ҡаяуын алырға. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн яраға петрушка япрағы ябырға. Аллергик реакция барлыҡҡа килмәһен тиһәгеҙ, петрушка төнәтмәһе эсерергә.
Нишатыр спирты йәки тырнаҡ гөлө төнәтмәһе, бал һылаһаң да була. Бындай ваҡытта димедрол, папаверин, преднизолон, гидрокортизон, супрастин, тавегил кеүек дарыуҙар эсергә кәрәк.
Ҡорт ағыуына аллергияһы ҡалҡҡандарҙы өйҙә генә дауалап булмауы ихтимал, шуға күрә “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡыртығыҙ.