Һәр шаршамбы Малаяҙ ауылында үткән баҙарҙа берәүҙәр тауарын һатып аҡса эшләһә, икенселәр һатып алып шатлана. Тик миҙалдың ике яғы булған кеүек, бында ла үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусылар, башҡалар иҫәбенә кеҫәһен ҡалынайтырға теләүселәр, мутлашыусылар күбәйҙе.Баҙарҙың – үҙ ҡанундары. Ул асыҡ ауыҙҙарҙы, тыныс холоҡло, иҫәп-хисапты насар белгәндәрҙе яратмай. Ундайҙарҙы тиҙ генә төп башына ултырталар. Беҙҙе лә баҙар теләр-теләмәҫ кенә ҡаршы алды. Һатыуға оҫтарып, аҡса тәмен яҡшы белгән һатыусылар үҙ урындарынан аҙ ғына ла шылырға теләмәне. Гәзиткә яҙҙырабыҙ, тип әйткәс, теләмәй генә сигенеп, редакция хеҙмәткәрҙәренә урын бирҙеләр.
Гәзиткә яҙҙырып ултырған саҡта, теләмәһәң дә, баҙарҙағы ваҡиғаларҙың шаһиты булаһың. Яныбыҙға бер әбей килеп баҫты. Ул йыраҡ ҡына ауылдан кәбеҫтә үҫентеләре һатырға килтергән. Әбей уларҙы теҙеп ҡуйырға ла өлгөрмәне, эргәһенә бер ҡатын килеп:
– Урын өсөн 150 һум түләгеҙ, – тип аҡса таптыра башланы.
– Ҡыҙым, мин яңы килдем бит әле, аҡсам да юғыраҡ, һатһам бирермен, – тип әйтеп ҡараны әбей, тик ҡатын уны ишетергә лә теләмәне. Ахырҙа, ярай, юлға тип алған аҡсам бар ине, шуны булһа ла бирәйем, тип һуңғы һумдарын сығарып һалды ул.
Әбейгә был көндә иртәнән уңыш йылмайманы. Кешеләр кәбеҫтәнең хаҡын һорап-һорап китте, әммә алырға ашыҡманы. Ҡапыл баҙарҙа бер таксист пәйҙә булды. Ул “тимер ат”ы менән туҙан туҙҙырып әбей һатып торған урынға яҡынлашты. “Минең урыныма торғанһың”, – тип был әҙәм аҡыра-баҡыра әбейҙең үҫентеләренә ыңғайланы. Ярай әле ул һауытын алып өлгөрҙө, таксист үҫентеләр торған ерҙә килеп тә торҙо.
Таксистарҙың да – үҙ ҡанундары. Баҙарға ингән урында һәр ваҡыт урын өсөн әрләш-талаш. Аҡса артынан ҡыуып, бәғзеләр кешелек сифаттарын юғалтҡан. Үҙҙәрен ерҙең хужаһы итеп хис итеп, башҡа автомобиль уларҙың “урынына” ултырһа, ҡыҙыл сепрәккә ташланған үгеҙ кеүек, машина хужаһына барып ябырылалар.
Баяғы әбей автомобиль менән ҡыҫырыҡланған көйөнсә һатыуын дауам итте. Беҙ көнө буйы торманыҡ, әммә һығымта яһауы ҡыйын түгел. Бер үҫентене ете һумға һатып, (һауытында мин барыһы 40-ҡа яҡын кәбеҫтә иҫәпләгәйнем), әбей ни бары 280 һум аҡса эшләгәндер. Уныһы ла икеле, сөнки беҙ баҙарҙа булғансы бер бөртөк тә алманылар. Тырышып, бөртөкләп тигәндәй үҫтереп, йыраҡ ауылдан үҙ тауарын килтергәндәрҙән дә, көнөнә елле генә аҡса эшләгән коммерсанттарҙан да һатып торған өсөн бер үк күләмдә аҡса түләтеү дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым.
Шунда уҡ сиғандар, кешеләрҙе алдап, ябай ләлә сәскәләрен “Батша тюльпандары” тип һатты. Уларҙы береһе лә ҡыҫырыҡламаны ла, мутлашҡандарын белеп тә, күҙ йомдолар.
Шулай, ҡулды йыуғандан һуң алтыны йыуылып төшкән беләҙек, балдаҡ, “Батша тюльпандары”н һатҡан сиғандар, кешелек сифатын юғалтҡан таксистар, ғауға күтәреп, үҙ дөрөҫлөгөн иҫбат итеп өйрәнгән халыҡ хакимлыҡ итә баҙарҙа. Бәлки, берәй ваҡыт бында әзәмсә ҡанундар ҙа табылыр?