Икмәк һатып, болло булған24.06.2016
Бында бала саҡ еҫе аңҡый... Элекке ауыл мейесендә бешерелгән кеүек ашап туймаҫлыҡ тәмле, ҡабарып торған эҫе икмәк еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Бәхетле миәкәләр...


Ә бит барыһы ла тәүәк­кәл­лек­тән һәм тырышлыҡтан башлан­ған. Бынан бер нисә йыл элек ябылыу хәленә еткән икмәк­хананы “Миәкә икмәк комбинаты” ҡулланыу­сылар йәмғиәтенең ҡанаты аҫтына индермәһәләр, бәлки, уның яҙмышы башҡасараҡ та хәл ителер ине. Берекмә етәк­сеһе Рафаэль Бикбаев­тың заманса ҡарашы, яуап­лылығы производствоға ысын мәғәнә­һен­дә яңы һулыш өрә. Тәү сиратта кадрҙар һәм финанс сәйәсәте үҙгәртеп ҡо­рола, һөҙөмтәлә 2001 йылда икмәкхана, үҫешкән илдәрҙәге кеүек, шәхси эшҡыуар А. Кәримовҡа ҡуртымға бирелә.
Бөгөн Миәкә икмәк комбинаты икмәк һәм кондитер изделиелар етештереүҙә мах­сус­лашҡан. Тәүле­генә ике мең­дән ашыу икмәк беше­рәләр бында. Ниндәй генә­һе юҡ — төрлө сортлы күмәстәр, батондар, бәлештәр, кекстар һ.б. “Николаевский” тигән исемлеһен дә уйлап сы­ғар­ғандар. Көрпә ҡушып беше­релгәнен халыҡ айырыуса яратып ала, тиҙәр. Урындағы магазиндарҙан тыш, комбинат райондың мәктәп­тәрен, балалар баҡсаларын да тәьмин итә.
— Тимәк, барыһын да яңы­нан тигәндәй башларға тура килгән. Ауыр булманымы? — тип һорайбыҙ хужанан.
— Күңел һалып башҡарған эштең ауыры, еңеле юҡ. Шулай ҙа иҫке ҡалыптарҙан ҡо­толоу маҡсатында ниндәйҙер үҙгәреш­тәр индерергә тура килде. Мин был осраҡта тәү сиратта хеҙмәт урынында тәртип урын­лашты­рыуҙы күҙ уңында тотам. Кәрәк нөктә­ләргә тәүлек әйлә­нәһенә эшләгән күҙәтеү камералары ҡуйылды, ҡулдары тик тор­ма­ғандар менән шунда уҡ хуш­лашырға тура килде, — ти ул.
— Яңылышмаһам, һеҙ һө­нә­регеҙ буйынса итексе бит әле...
— Эйе. Хәйер, теләк бул­ғанда, итексе генә түгел, башҡа төрлө һөнәр эйәһе лә икмәк бешереүсе булып китә ала инде ул (көлә). Ә дөрөҫөн әйткәндә, бында бит эш һинең икмәк бешереүсе булыу-булмауыңда ла түгел. Иң мө­һиме — хеҙмәтте ойоштора белеү. Икмәкте оҫта ҡуллы ҡыҙ­ҙар бешерә. Ә мин заман­са техно­логияларҙы өйрәнәм, яңынан-яңы алымдарҙы үҙ­ләштерәм, башҡа­ларҙың тәж­рибәһе менән ҡыҙыҡ­һынам һәм ошо белгәндәремде хеҙмәткә һалам.
Комбинатта барлығы 15 кеше эш­ләй: икмәк бешереү­селәр, конди­тер­ҙар, экспеди­торҙар. Өс сменала тир түгә­ләр. Әйткәндәй, яуаплы­лыҡты арттырыу маҡса­тында хеҙ­мәт­кәрҙәр араһында балл системаһы ҡул­ла­ныла. Уның һөҙөмтәһе, ғәҙәттә, ай аҙа­ғын­да хеҙмәт хаҡында сағы­лыш та­ба икән. Ғөмүмән, комбинатта эш­селәр өсөн бар­лыҡ уңайлыҡтар тыу­ҙы­рылған. Заманса мейестәр, компь­ютерға көйләнгән “Муссон-Ротор” икмәк бешергесе үҙе генә ни тора.
— Замана машиналарын күп­ме генә маҡтаһаҡ та, барыбер үҙе­беҙ­ҙең технологиянан ситләш­кән юҡ. Ҡайҙа ғына булманым, кемдәр менән генә аралашманым, бер мәл хатта Баҡыға ба­рып еттем, әммә шуға инандым: икмәк бешереүҙә иң мөһиме — ҡомалаҡтан әҙерләнгән сүпрә, сифатлы он һәм утын менән яғылған элекке ауыл мейес­тәрендәге ише тигеҙ ҡыҙыулыҡ, — ти Кәримов әфәнде.
Әйткәндәй, йүнсел эшҡы­уар был исемлеккә тырыш хеҙмәт­кәрҙәрен дә өҫтәргә онотманы.
— Машина – машина урынында, әммә күңел йылыһын, ҡул йы­лы­һын бер технология ла алмаштыра алмай. Коллективым уңған. Өс тиҫтә йыллап икмәк бе­шереүсе булып эшләгән Гөл­синә Хә­бибуллина, Рәсимә Бикбаева, Галина Михайлова, Резеда Минһажева, Рәзилә Фәт­хелис­ламова, Раушания Йәми­лева, Эльвина Кинйәбаева, Люциә Хәкимуллина, икмәкте мага­зиндарға ташыусы экспеди­торҙар Камил Ситдиҡов, Рөстәм Хәбибуллин үҙ эшенә яуаплы ҡа­рай һәм икмәк­хананың табышлы эшләүен тәьмин итә, — ти ул.
Киләсәккә пландары ҙур Миәкә икмәк комбинаты етәк­селәренең — етештереү ҡеүәтен арттыр­маҡ­сылар, өҫ­тәп тағы ла яңы ҡо­ра­малдар һатып алып, ассортиментты һәм сауҙа географияһын киңәйтмәкселәр.
— Конкуренттар ҡурҡыт­маймы һуң? Һеҙҙең яҡтарҙа икмәк­ха­на­лар байтаҡ ҡына бит, — тип һо­рай­быҙ хуш­лашҡанда эшҡыуар­ҙан.
— Көнәркәшлек көслө булған һайын, тауарҙың сифаты яҡшыра. Шул беҙҙе тонуста тота ла инде, — ти ул.






Вернуться назад