Бер төркөм турист Ирәмәлгә ҡырағай сәфәр ойошторған. 11-12 июндә улар Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә квадроциклдарҙа менгән. Тауҙағы йылға һикәлтәләре лә, ҙур таштар ҙа, ҡуйы урман да туҡтата алмаған уларҙы.“Саҡырылмаған ҡунаҡтар” ағастарҙы ҡырҡыуҙан да тартынып тормаған. Үҙҙәренең башҡарған эштәрен видеокамераға төшөрөп, Интернет селтәренә лә һалғандар. Закон алдындағы яуаплылыҡ тураһында онотҡандар, күрәһең.
Татарстан туристарының һәүәҫкәр видеояҙмаһы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең иғтибарын йәлеп итеп кенә ҡалманы, беҙҙең депутаттарҙың һәм экологтарҙың да ҙур ризаһыҙлығын тыуҙырҙы. Әлеге осраҡ буйынса прокуратура тикшереү башланы. Кисә төрлө власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары белгестәренән торған эксперт төркөмө “Ирәмәл” тәбиғәт паркына юлланған. Комиссия экстремалдарҙың тауға ҡайһы биләмә аша үтеүен һәм үҫемлектәргә ниндәй зыян килтереүен асыҡлаясаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, данлыҡлы тауға еңел генә күтәрелергә теләүселәр осрап тора. 1965 йылдан бирле тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнгән Ирәмәлгә 2010 йылдың октябрендә Магнитогорск ҡалаһының «Шүрәле» клубы ағзалары алты джип менән барып менгәйне. Был хәлдән һуң, Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың махсус бойороғона ярашлы, ҡәтғи саралар күрелде.
“Изге Ирәмәл тауына ойошторолған автомобиль “экскурсия”һына ҡарата асыуым сикһеҙ. Уларҙың һаҡлауға мохтаж булған уникаль тәбиғәт ҡосағына машиналар менән үтеп инеп, күңел асыуын, ағастарҙы киҫеп юл һалыуын ысын вәхшилек тип иҫәпләйем. Республиканың тәбиғәтте һаҡлау буйынса вәкәләтле органдарына бындай туристарҙың ҡылыҡтарын баһалап, етди саралар күрергә кәрәк. Мин, республика етәксеһе булараҡ, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарынан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренә ҡарата бындай мөнәсәбәткә юл ҡуймауҙы һәм һәр етәксенән изге урындарыбыҙҙы ҡәҙерләүҙе ҡәтғи талап итәсәкмен”, – тигәйне ул саҡта Рөстәм Зәки улы. Тиҙ арала «Ирәмәл» тәбиғәт паркын булдырыу тураһында документҡа ҡул ҡуйылды.
Ирәмәлдең халҡыбыҙ өсөн изге тау икәнлеген белә тороп та, күрше төбәк вәкилдәренең вәхшиҙәрсә ҡыланыуын аңлауы ауыр...