Урмандарға янғын хәүефе янауы иғлан ителгәндән һуң ут сығыуҙың ун осрағы теркәлгән. 17 гектар ер зыян күргән. Янғындарҙың яртыһы кеше ғәйебе менән сыҡҡан булһа, ҡалғандарының сәбәбе – йәшен һуғыу. Ошо көндәрҙә теркәлгән һәләкәттәрҙең береһе Инйәр урман хужалығы биләмәһендә булған. Хәлдең сәбәптәре әлегә асыҡланмаған. Янғын арҡаһында 0,6 гектар ерҙең зыян күргәне билдәле. Утты һүндереүгә 16 кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, Л. АЙҘАРОВА әҙерләне.