“Ебәк юлы”ның бер ебе — беҙ24.06.2016
Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан биләмәһендә “Ебәк юлы” халыҡ-ара раллиһы этабына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының йомғаҡлау кәңәшмәһе булды. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов әйтеүенсә, сарала ҡатнашыусылар Өфөгә 10 июлдә киләсәк.
— Халыҡ-ара аэропортта палаткалы лагерь асыла. Раллиҙа ҡатнашыусылар унда ял итеп, автомобилдәренең техник торошон тикшереп ала. 11 июлдә таңғы сәғәт 5-тә тәүге экипаждар юлға сыға. Йәмғеһе 120 машина булыуы күҙаллана. Улар араһында спорт машиналары, еңел автомобилдәр, джиптар ҙа бар. Колонна менән түгел, ә ваҡытҡа ҡарап, старт режимында юлланасаҡтар. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәп, дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙан Силәбе яғына йүнәлергә тейештәр. Учалыла иһә улар 4,1 саҡрымлыҡ спорт участкаһын үтәсәк, — тип һөйләне Павел Мөслимов.
Әйткәндәй, “Ебәк юлы” раллиһы 8 июлдә Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанынан башлана. Ярышсыларға 10780 километр юл үтергә тура киләсәк. Мәскәүҙән Ҡазан аша экипаждар Өфөгә килә. Артабан 11 июлдә спортсылар сик буйы пункты аша Ҡаҙағстан биләмәһенә сыға. 16 июлдә иһә дәүләт сиген үтеп, Тянь-Шань һырттарын ҡалдырып, Ҡытайға эләгәсәктәр. Ралли 24 июлдә Пекинда тамамлана.