Еңһен Ерҙә гел аҡлыҡ22.06.2016
Бөйөк Ватан һуғышына 18 йәштә киттем. Үҙем теләп 469-сы башҡорт гвардия полкында расчет командиры булып хеҙмәт иттем. Украина, Польша, Румыния, Венгрия, Чехословакия, Германия ерҙәрен фашизм ҡоллоғонан азат итеүҙә ҡатнашты беҙҙең миномет полкы.
Фашизмды хәрби техника менән генә түгел, рухи ныҡлыҡ айбарлылығы утында көйҙөрөп тә еңдек. Башҡортостан фронтҡа ныҡ ярҙам итте. Рәхмәт уның халҡына! Ут эсендә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн полк йөҙө күп ордендар менән биҙәлде. Мин етәкселек иткән “Комсомол – йәштәр расчеты” минометтан атыу сәнғәтен (әгәр шулай әйтергә яраһа) төплө үҙләштерҙе. Мәргән ата инек. Беҙҙең тәжрибә башҡа полк минометсыларына ла таратылды. Юғары Баш командующийҙың 21 рәхмәт хаты (благодарность) һаман һаҡлана әле. “Советтар Союзы Геройы” исеменә лә тәҡдим иткәйнеләр. Мине һаман эҙләйҙер әле ул... Һуғыш тураһында күп романдар яҙҙым. “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән исем бирелде. Рәхмәт ғәли йәнәптәргә! Яугирҙәр тураһында хикәйә, повесть, шиғыр, сәхнә әҫәре, очерк, поэмалар яҙылды. Һуғыш башланған, бөткән көндә ниңәлер борсолам. Гәзиттә нимәлер баҫтырғым килә. Был юлы шиғри юлдар менән генә ҡәнәғәтләнергә булдым.


Яугирҙәр васыяты

Ут эсендә янмай сыҡҡан фронтовиктар
Ил намыҫына алтын терәк булғандар...
Һыҙлаһа ла ауыр яралары һаман,
Һынатмаҫҡа ҡаты баҫып атлай улар.

Рухи ҡайыш менән быуҙығыҙ билде,
Күтәрҙегеҙ һуғыштан һуң батҡан илде.
Ҡорос ҡулдарҙа Прометей уты янды,
Ер йөҙөнә уттан ҡайнар тамсы тамды.

Ут-ялҡындан ойошто “фронтовик” һүҙе,
Уға боролдо күп ҡитғаларҙың йөҙө.
“Фронтовик” һүҙе хәҙер көс символы ул,
Юҡ Ер йөҙөндә уға еткән суҡмар ҡул.

Беҙ һуғыштыҡ изге, һөйгән Ватан өсөн,
Ныҡ күрһәттек илебеҙҙең ҡеүәт-көсөн.
Етмеш бер йыл, шөкөр, күркәм хеҙмәт иттек,
Ҡараңғынан яҡтыға ил күтәрҙек.

Аҡ-ҡара һаман икеһе лә ныҡ көслө,
Һөҙөшәләр ҡоторонған үгеҙ төҫлө.
Беҙҙең васыят: еңһен ерҙә гел аҡлыҡ,
Әҙәп, иман, шәфҡәт, хеҙмәт һәм инсафлыҡ!


Йөрәк менән һөйләшеү

Аҡрын ғына атлап тормош баҫҡыстарын,
Ҡулға алдым туҡһан йәштең асҡыстарын.
Күпме ишек асырмын ҡарт асҡыс менән, –
Ярһый күңел, шуны уйлап шашам гелән.

Йөрәк әйтә: “Гел борсолдом һинең өсөн,
Аңламаның бит тормоштоң йәшәү көсөн.
Таштар ярҙың, тиреҫ саптың, һабан һөрҙөң,
Асы ҡайғыһын донъяның күпме күрҙең.

Бер йығылдың аслыҡтан алйып һин, хужам,
Мин торғоҙҙом үлмәһен тип был меҫкен йән.
Ҡырҡ ямаулы бишмәт, иҫке сабата
Кейеп йөрөнөң оялмайынса һин йәш саҡта.

Сибәрлегең һәм аҡылың торҙо ташып,
Һөйҙө һине ҡыҙҙар шуға күрә шашып.
Аҡыллы ҡыҙ ҡарамай йыртыҡ бишмәткә,
Уға кәрәк шәп егет мәңге иптәшкә.

Ҡупты һуғыш, йөрөттөм һине һаҡлап ҡына,
Яҡшылыҡтың белмәй ҡәҙерен ахмаҡ ҡына.
Ныҡ һуғыштың, ҡайттың илгә герой булып,
Сайҡалдылар алдарыңда ҡыҙҙар тулып.

Бер ҙә белмәйем: әллә һөйәһең, әллә юҡ,
Шуға күрә бирмәйем һиңә ҡайнар ут”.
– Дөрөҫ әйтәһең, йөрәк, янып һөймәнем,
Үтте ғүмер иҫкән елдәй, һис һиҙмәнем.

Булмағандыр ысын мөхәббәт, бәлки, миндә,
Үкенәмен шуның өсөн ҡартлыҡ көндә.
Әммә, йөрәк, ҡартаймайһың, мин шуға шат,
Килә йәшәгем хәҙер гел һиңә оҡшап.

Һөйәһем килә, һөйөләһем ханымдарҙан,
Дәртемдә ут, һүнмәгәндәй һаман дарман.
Аңла, йөрәк, һин ҡал шулай ғүмергә йәп-йәш,
Аҡыл биреп йәшә миңә, бул кәңәштәш!

Суфиян ПОВАРИСОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.


Вернуться назад