“Онотмайым һеҙҙе, ҡаһарман ағайҙар!”22.06.2016
“Онотмайым һеҙҙе, ҡаһарман ағайҙар!” …1945 йылдың 12 ғинуары. Совет ғәскәрҙәре дошманды аяуһыҙ ҡыҫырыҡлап килә. Польша ерендә ҡаты һуғыштар бара, гитлерсылар ҙа бирешергә теләмәй. 524-се уҡсы полкыбыҙ һөжүмгә күсә һәм
дошман позицияһында ҡаты алыш башлана.

Иң тәүгеләрҙән булып алға ташланыусылар рәтендә быға тиклем мөһим “тел” алып ҡайтҡаны һәм башҡа батырлыҡтары өсөн
III дәрәжә Дан ордены, “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән разведчик, ефрейтор Шәмсетдин Муллагилдин да була. Дәүләкәндән ҡыйыу башҡорт егете был юлы ла һынатмай: бер үҙе ете немец һалдатына ҡаршы һуғыша. Уларҙың бишәүһен юҡ итә,
ә икәүһен әсирлеккә ала.
Батырлыҡтары өсөн уны шул уҡ йылда Ленин ордены менән тәбрикләйҙәр. Ә ике аҙнанан һуң, Еңеү таңын ҡаршыларға ни бары 17 көн ҡалған мәлдә, Шәмсетдин батырҙарса һәләк була. Тик уның ата-әсәһе өсөн һуғыш һынауы был үлем менән генә тамамланмай шул. Шәмсетдиндең бер туған ҡустылары ла – Хәмәтдин менән Ғилметдин Абыҙгилдиндар – фронтта һәләк була. Лейтенант Хәмәтдин 1943 йылда үлеп ҡалһа, өлкән сержант Ғилметдин икенсе йылына хәбәрһеҙ юғала. Бер-бер артлы улдарын юғалтҡан атай-әсәй шул саҡ бил нығытып килгән Нәсимгә васыят әйтә.
– Улым, ҡаһарман ағайҙарыңды үҙеңдең йөрәгең тибеүҙән туҡтағансы онотма! – ти улар.
Әйтергә кәрәк, инде туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Нәсим Насретдин улы был васыятҡа бөгөн дә тоғро. Ағайҙары хаҡында ғорурлыҡ менән балаларына, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә һөйләй, кәрәк саҡта таянырҙай туғандарын дошман яуызлығы тартып алғанына әсенә, юҡһына. Хәйер, оноторлоҡмо һуң миллионлаған ғүмерҙәрҙе, хәтәр йылдарҙы…
– Колхоздың баш ҡалҡытып килгән мәле. Әсәйгә хужалыҡтың йәшелсә баҡсаһында булышҡан туғыҙ йәшлек малаймын. Башта мең төрлө хыял, мең төрлө план. Тик бер көн килеп барыһы ла селпәрәмә килде. Ауылда “Һуғыш сыҡҡан” тигән хәбәр таралды. Хәйер, бер минең генә хыялдар елгә остомо һуң, меңәрләгән яҙмыш емерелде, – тип күҙ йәштәре аша хәтирәләргә бирелә Нәсим ағай.
Һуғыш хаҡында һүҙ сыҡҡанда, йыш ҡына Ленинград блокадаһын тетрәнеп һөйләйбеҙ. Уйлай китһәк, илдең пуля осҡан тауыштар ишетелмәгән төбәк­тәрендә лә хәлдәр ҡайтыш булмаған тигәндәй. Аслыҡ-яланғаслыҡ һәм башҡа һынауҙар, мәҫәлән, Нәсим Насретдин улын да көн дә тиерлек һағалап тора.
– Ер туңдырғансы ялан аяҡ йөрөйбөҙ. Табандар ярылып-ҡанағас, аптыраған көндән солидол менән буяйбыҙ ҙа артабан эшкә егеләбеҙ. Сабатаны аяҡтар ҡырпаҡ ҡар яуғас ҡына күрә, уныһын да үҙең ишеп-эшләп алғас, – ти әңгәмәсем, мәхшәр йылдарҙы күҙ алдына баҫтырып.
Васыят тигәндән, Нәсим Насретдин улы ағайҙарының батырлығын бер йөрәгендә генә ҡәҙерләп һаҡламай, ә көндәлек тормошона, хеҙмәтенә лә күсерә. Нисек тиһегеҙме? Улар килтергән тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ил үҫешенә үҙенең өлөшөн индерә. Стәрлетамаҡтың сәнәғәтенә үҙ тарихын яҙып, тормош иптәше Мәшрүфә менән оҙаҡ йылдар ҡала заводтарында инженер булып эшләй. Шәп балалар үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында матур итеп йәшәп яталар. Ысынлап та, 9 Май көнөндә ветерандарҙы хөрмәтләүҙә, “Үлемһеҙ полк” акцияһында фотолар күтәреп йөрөүҙә генә сағылырға тейеш түгел бурысыбыҙ. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, тирә-яҡҡа изгелек сәсеп йәшәү – үҙе үк хәтер һәм хөрмәт ул!




Вернуться назад