Ниһайәт, мәктәптәрҙә имтихандар мәле тамамланды. Хәҙер сығарылыш кисәләрен үткәрергә лә артабан һөнәр алыу тураһында уйларға ҡалды. Йыйған балл күләменә ҡарап, һәр кем юғары уҡыу йортон штурмларға йыйынасаҡ. Хәленән киләме-юҡмы, мотлаҡ шуға ынтыласаҡ. Ә кәрәкме икән был? Яңыраҡ Интернет селтәрендә бер хәбәргә барып юлығыуым тағы ла ошо хаҡта уйланырға мәжбүр итте. Йәш ғаилә башлығы булған ирҙән ине ул. Бына нимә тип яҙа был исеме билдәһеҙ кеше: “Беҙҙең ғаиләлә уҡыу, белем алыу бик мөһим ине. Беҙ – уҡыған зат, тип үҙебеҙҙе гел бер башҡа юғары тойоп йәшәнек. Ике ҡыҙыл дипломлы белгес булдым. Үҙем кеүек яҡшы ғаиләнән уҡыған ҡыҙҙы һайлап кәләш итеп алдым. Ата-әсәһе – ябай ауыл кешеләре, күп балалы ғаилә. Ихаталары тулы техника, мал, ҡош-ҡорт. Өйҙәрендә, хатта мунсаларында душ кабинаһы бар, автомат кер йыуыу машинаһы тора, заманса саң һурҙырғыс... Ҡайным менән ҡәйнәм һәр балаһына йә фатир, йә машина алырға ярҙам иткән. Һаман да ит етештереп, йәшелсә үҫтереп һатып аҡса эшләү яғын ҡарайҙар. Ә беҙҙең ғаиләлә юғары белем билдәһе булған дипломдан, дәүләт эшенән, ихатала атайҙың кредитҡа алынған машинаһынан тыш күренерлек байлыҡ юҡ, хатта һыу үткәрергә лә аҡса арттыра алмайбыҙ, сөнки китап уҡыуҙан, өҫтәл артында аҡһөйәк булып ултырыуҙан башҡаға өйрәнмәгәнбеҙ. Йәшелсә үҫтереп һатыу ҡайҙа инде ул – оят! Ер соҡоу ҙа беҙҙең эш түгел, ана, уҡымағандар соҡоһон... Элек институтта белем алмаған кешеләргә түбәнһетеберәк ҡарай инем, был ғаиләгә кейәү булғас, фекерем үҙгәрҙе. Уҡыу тип баш сөйгәнбеҙ, ә донъя көтөргә әҙерләнмәгәнбеҙ. Атай-әсәй ҙә, үҙебеҙ ҙә был хаҡта уйланмағанбыҙ. Аҙаҡ та өлгөрөрбөҙ мал йыйып, килен йә кейәү әҙергә килһә, холҡо боҙола, йәнәһе. Баҡтиһәң, етеш, бай йәшәр өсөн мотлаҡ институт бөтөргә кәрәкмәй. Ғаилә ҡорғас, айырым йәшәргә кәрәк. Ҡайным, саҡ ҡына һуңыраҡ ярҙам итербеҙ, әлегә үҙегеҙ аҡса йыя тороғоҙ, тип әйтте. Етмәһә, әсәйҙәр ҙә торлаҡ алып ҡалығыҙ тип ашыҡтыра башланы. Әммә яҡшы эштә эшләһәк тә, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәүҙән, теге-был сығымдарҙан аҡса арттырып булмай. Шунда төшөндөм дә: мин бер нәмәгә лә ҡулайлашмағанмын, нимәне нисек башларға белмәй юғалып ҡалам. Хатта тәүҙә ҡара эшкә ерекмәй ыҙаланым, һәнәк-көрәк тота ла белмәнем, ярай яйлап өйрәндем. Ҡайнымдар алдында оят, бөтәһен дә йүнләп биреп торалар. Кәләш, нимәгә һинең ике дипломың, техникум тамамлап, эшләп, берәй торлаҡ йүнләй торһаңсы, тип әрләшә. Шуға ла ир-егеттәргә әйтер һүҙем шул: бер ҡасан да уҡыу тип һөнәр-эште һуңға ҡалдырмағыҙ. Уҡымағыҙ тимәйем, уҡығыҙ, ләкин донъя көтөргә лә өйрәнегеҙ. Беҙҙең заманда диплом үҙе өй һалып, үҙе аҡса табып бирмәй”.
Бына заман хәҡиҡәте! Ысынлап шулай бит. Элек дәүләт бушлай уҡыта ла, торлағын да бирә, дауалай ҙа, ял да иттерә ине. Хәҙер барыһы ла кешенең үҙ тырышлығына, оҫталығына, үжәтлегенә барып төртөлә. Состар, йылғырҙар осоро килде. Кем эшләмәй, шуның аҡсаһы юҡ, тимәк, ашамай. Шуға күрә лә матур йәшәйем тигәндәр көнө-төнө ниндәйҙер үҙ кәсебе менән булыша, йүнләй, таба...
Күп кенә егеттәр юғары уҡыу йорто урынына колледжға йә һөнәрселек лицейына барып, тиҙерәк уҡып сығырға ынтыла, йә иһә уҡып та тормайынса эшкә тотона. Уйҙары – йәһәтерәк мөмкин тиклем күберәк аҡса эшләргә, сөнки ул аҙым һайын кәрәк, бөтәһе лә ошо ҡыштыр ҡағыҙҙарҙа иҫәпләнә хәҙер. Кәләш алам тиһәң дә, улар инде һинең дипломыңа ҡыҙыҡмай, ә машинаң, фатирың бармы тип ҡыҙыҡһына.
Ысынлап та, юғары белем алып та һуңынан һөнәре буйынса эш таба алмай барыбер ҡара эштә йөрөгәндәр күпме! Ундайҙар янында ҡулы эш белеп, төркөмө менән бура бурап, ҡала эргәһендәге ҡасабаларҙа йәшәгәндәргә мунса эшләп биреп, йөҙәр мең һум аҡсаны кеҫәһенә һалып ҡуйған егет булдыҡлыраҡ, йүнселерәк күренә түгелме? Йә иһә ауылынан да сыҡмай умартасылыҡ, тимерселек, малсылыҡ, йәшелсәселек эшенә тотоноп, тауар етештереп һатып килем алғандар... Юҡҡамы ни, тырыш, бөтмөр кешенең ауыл ерендә лә йәшәү шарттары бөгөн ҡаланыҡынан ҡалышмай: йылы һыуы ла бар, бәҙрәф-душы ла өйҙә, керҙе лә машина йыуа.
Әле сығарылыш класы уҡыусылары тормоштарында тәүге оло һайлау алдында тора. Теге йәш кеше әйткәненсә, уҡымағыҙ түгел, уҡығыҙ...