Төбәгебеҙҙә лә белем төплө бирелә22.06.2016
Өфө дәүләт авиация техник университеты — инженерлыҡ-техник фәндәр буйынса Шанхай рейтингына ингән өс Рәсәй вузы иҫәбендә. Был исемлектә шулай уҡ
М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән МИФИ бар.
— Төбәк университеты тәүге тапҡыр МДУ менән бер төркөмгә инде. Был хәл Рәсәй университеттарын тарихына һәм статусына бәйһеҙ рәүештә үҫтереүҙең тиң мөмкинлектәре хаҡында һөйләй, — тине “Рәсәй бөгөн” медиа төркөмөнөң “Социаль навигатор” проекты етәксеһе Наталья Тюрина. Уның әйтеүенсә, быйыл рейтингта тәүге тапҡыр университеттар ете инженерлыҡ йүнәлеше буйынса баһаланған.
Әйткәндәй, уҡыу йорттары рейтингын төҙөгәндә ғилми эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге, фәнни ҡаҙаныштар, тикшеренеү эшмәкәрлеге, халыҡ-ара һәм шәхси сектор менән хеҙмәттәшлек, шулай уҡ ғилми наградалар, халыҡ-ара кимәлдәге премиялар иҫәпкә алынды. Исемлеккә донъяның 55 иленән 730-ҙан ашыу юғары уҡыу йорто инде. Тәүге баҫҡыстарҙа — Америка университеттары, шулай уҡ Бөйөк Британия, Ҡытай, Сингапур һәм Көньяҡ Корея юғары уҡыу йорттары.