Йүнселдәр ҡайҙа? Күмертауҙа!22.06.2016
Республика муниципалитеттарында, эшҡыуарлыҡ шарттарына мониторинг йомғаҡтарына ярашлы, Күмертау иң уңайлы ҡала тип танылды.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, мониторингтың нигеҙен Стратегик башланғыстар агентлығының Милли рейтингы күрһәткестәре тәшкил итә. Был күрһәткестәр эшҡыуарлыҡтың үҫешен билдәләй.
Биләмәләр ҡала округтарына, административ үҙәге ҡала булған муниципаль райондарға һәм ауыл райондарына бүлеп тикшерелде. Рейтингтың урта төркөмөндә 54 муниципаль берәмек бар. Шуларҙың етәүһе — ҡала округы. Улар араһында, Күмертауҙан тыш, Октябрьский, Нефтекама һәм Өфө яҡшы күрһәткестәргә эйә. Биләмәһендә ҡалалар булған 11 район араһында Мәләүез, Ишембай һәм Бәләбәй, шулай уҡ 36 ауыл районы араһында Ейәнсура, Нуриман һәм Шаран иң-иңдәр тип танылды.





Вернуться назад