Толом-толом... сыр кәштәлә22.06.2016
Толом-толом... сыр кәштәлә Күп йылдар элек Ҡара диңгеҙгә ял итергә барышлай Краснодар крайында бәләкәй баҙарсыҡта һыу, һут алырға туҡтаныҡ. Шунда беҙгә һатыусылар ят ризыҡ тәмләп ҡарарға тәҡдим итте. Ашап ҡарағас, уның сыр икәнен белдек. Матур итеп үрелгән ҡатын-ҡыҙ толомон хәтерләтте ул. Ялдан ҡайтышлай күстәнәскә тип туғандарға, дуҫ-иштәргә лә алдыҡ.


Аҙаҡ үҙебеҙҙә уны күпме генә эҙләһәм дә, магазин кәштәләрендә был «сәс толомон» осратырға тура килмәне. Әммә һуңынан был сыр яйлап күренгеләй башланы. Бөгөн, әлбиттә, ошо ризыҡ менән бер кемде лә аптыратырлыҡ түгел, уны теләгән сауҙа нөктәһендә һатып алырға була. Ул күптәрҙең яратҡан ризығына әүерелде лә инде.
Йәрмәкәй районының Түбәнге Оло Йылға ауылынан Марета Карапетовна Оганисян, ғаиләһе менән Әрмәнстандан Башҡортостанға күсеп килгәс, район үҙәгендә кейем-һалым менән сауҙа итергә тотона. Тәүге осорҙа кәсебе ярайһы ғына табыш та килтерә. Әммә уңған ҡатын үҙен башҡа өлкәлә һынап ҡарарға уйлай. Ире менән кәңәшләшеп, ауылда буш торған бинаны һатып алалар, ремонт үткәреп, ошонда сыр етештереү, уны ыҫлау цехы булдыралар. 2009 йылда ойошторолған цех бөгөн уңышлы ғына эшләй. Әле ете төр сыр етештерелә, халыҡ брынза, чанах, аҡ һәм ыҫланған сулугуни, өҫтә яҙып үтелгән «сәс толомо» кеүек һөт ризыҡтарын яратып һатып ала.
Бында ун кеше эш менән мәшғүл, нигеҙҙә, Түбәнге Оло Йылғаныҡылар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль яҡлауҙар ҙа бар.
– Тәүҙә ауыл халҡы беҙгә икеләнеп ҡараһа, аҙаҡ өйрәнеп киттеләр, хатта үҙҙәре эш һорап килә башланылар, – ти Марета Карапетовна. – Шөкөр, беҙҙең аҙыҡ-түлеккә ихтыяж бар, күмәртәләп һатып алыусылар менән килешеү төҙөлгән.
Әйткәндәй, әҙер продукция артынан райондан ғына түгел, күрше райондар­ҙан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй ҡалаларынан да киләләр икән.
Һөттө ауыл халҡынан, төрлө хужа­лыҡтарҙан литрын 17 һум менән һатып алалар. Бынан тыш, Моисеев крәҫтиән (фермер) хужалығы, «Ҡарамалы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән дә күптән хеҙмәттәшлек итәләр. Көн һайын өс тоннаға яҡын аҡ цехҡа килтерелә. Ошо һөттән көнөнә 250 килограмм төрлө сыр етештерелә. Сыр һатыуҙан килгән та­бышҡа хеҙмәткәр­ҙәрҙең эшен еңеләйтеү маҡсатында заманса ҡорамалдар һатып алырға ла йыйыналар.
Бынан тыш, Оганисяндар 200 гектар ерҙе лә эшкәртә. Быйыл тәүгә көнбағыш сәскәндәр, уңышын һатырға ниәтләйҙәр. Киләсәктә уңған эшҡыуар көнбағыш майы ла һығып ҡарарға хыяллана. Парк­ты яңы техника менән тулыландырып, баҫыусылыҡҡа ла тотонмаҡсылар.
– Әрмән халҡы элек-электән сырҙы үҙ иткән, ул хатта милли аҙыҡҡа әйләнгән, шуға әле был тәмлекәстәр күптәргә хуш килгәндер, моғайын, – ти Марета Оганисян.







Вернуться назад