Хоҙай бергә булырға насип итһен!22.06.2016
Халҡыбыҙ зыялыларынан һүҙ менән генә түгел, эше менән дә гәзиттең күптәнге дуҫы филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы
Усманова был юлы ла киләһе ярты йылға “Башҡортостан”ға яҙылып ҡуйҙы. Уның кеүек илем, халҡым тип янып йәшәгән милләттәштәребеҙ күберәк булһын ине. Хәҙер һүҙҙе үҙенә бирәйек.

Бер нисә йыл инде дүрт дана гәзит яҙҙыр­там: береһен – үҙем тыуған Баймаҡ райо­нының Ишмөхәмәт (Ҡарамалы) ауылы мәсе­тенә, икенсеһен – йәшлегем үткән Үрге Иҙрис ауылы мәсетенә, өсөнсөһөн – миңә 52 йылдан һуң ауылымды күрһәтер өсөн саҡырған ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесенең (хәҙер мәрхүм инде) ҡатыны Зәйтүнәгә, дүртенсеһен – үҙемә.
Мин бәләкәй саҡта әсәйемдәр “Совет Башҡортостаны” гәзитен алдыра ине, ләкин ул ваҡытта махсус уҡып ултырҙым, тип әйтеп булмай. Ә баҫма менән интернаттағы осорҙа, 1961–1967 йылдарҙа яҡындан таныштым. Ул ваҡытта әсәйем, Мәрйәм Мостафа ҡыҙы, үҙебеҙҙең ауыл, район, туғандар йәки таныштарға ҡағылышлы мәҡәлә, унан тарихи йәки ҡыҙыҡлы яҙма булһа, шуның эргәһенә “Бына, ошоно уҡы, ҡыҙым” тип яҙып, ҡалын-ҡалын хаттар ебәрә торған ине. Мин уны алып, уҡып, яуап хаты ҡайтарҙым. Аралашыу беҙҙең шулай барҙы. Йылына бер генә тапҡыр өйөнә ҡайтҡан балаһына әсәйем ошолай итеп “Башҡортостан” һәм райондың “Һаҡмар” гәзиттәре аша юл ярҙы. Шулай уҡ интернатта бергә уҡыған таныш ҡыҙҙарҙың туғандарына ҡағылышлы мәҡәләләрҙе лә минең аша ебәрә ине. Ана бит, нисек итеп беҙҙең араларҙы бәйләгән әсәйем!
Матбуғат баҫмалары әлеге ваҡытта ла бик мөһим. Сөнки бөгөн ҡунаҡҡа йөрөшөү, аралашыу әллә ни юҡ. Ә гәзит-журналдан Башҡортостан тураһында мәғлүмәтте лә күп алаһың. Улай ғына түгел, ғөмүмән, сит өлкәләр, бөтә донъя кимәлендәге хәбәрҙәр менән дә танышаһың. Унан үҙ телеңдә, үҙ халҡың тураһында яҙылған гәзит килә икән – шул ҡыуаныс түгелме ни?! Ул һиңә килә, ул һине уйлай, үҙеңде лә уйландыра, киләсәккә пландар ҡорорға ярҙам итә. Мин, мәҫәлән, айырыуса йүнселдәр тураһында уҡып ҡыуанам.
“Башҡортостан” гәзитенә рәхмәтлемен, Хоҙай артабан да бергә булырға насип итһен!

Миңһылыу УСМАНОВА.


Вернуться назад