Һөнәр һайлар мәл етте22.06.2016
Яңы уҡыу йылында республикала 10 403 кешенең дәүләт юғары уҡыу йорттарындағы һәм уларҙың филиалдарындағы бюджет урындарына инеү мөмкинлеге бар.

Уҡырға ҡабул итеү кампанияһына бакалаврҙар әҙерләү программаһы буйынса 6 233, белгестәр буйынса – 1 518, магистрҙар буйынса 2 652 урын бүленә. Әле Башҡортос­тандағы юғары уҡыу йорттарында документтар ҡабул ителә башланы. Абитуриенттар, ҡулдарында аттестат һәм Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре булмаһа ла, вуздарҙағы ҡабул итеү комиссияларына консультацияға килә. Факультет вәкилдәре уларға һөнәр һайлауҙа ярҙам күрһәтә, аңлатмалар бирә.
Бюджет урындарына документтарҙы 26 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Түләүле бүлектәргә инергә теләгәндәрҙе комиссиялар 17 авгусҡа тиклем көтә.




Вернуться назад