Ҡартаялар тимәгеҙ…22.06.2016
Кушнаренко районынан Лилиә Насибуллина пенсионерҙар араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй компьютерҙы яҡшы белеү буйынса чемпионатта икенсе урынды яуланы.

Яҡташыбыҙ “Ышаныслы файҙаланыусы” категорияһында сығыш яһаны. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, чемпионатта йәнә Дүртөйлө районынан Закир Нуриәхмәтов та Башҡортостан абруйын яҡланы.
Сара быйыл 15 – 17 июндә Новосибирскиҙа уҙҙы. Ярыштарҙа илдең 61 төбәгенән 120-нән ашыу пенсионер ҡатнашты. Улар муниципаль, артабан төбәк чемпионатында еңеү яулаған. Турнирҙа ҡатнашыусылар иң элек тейешле программала үҙҙәре менән таныш­тырырға, унан һуң дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланып күрһәтергә, “Яндекс”та мәғлү­мәтте тиҙ һәм дөрөҫ табырға, офис программаларын белеү кимәлен күрһәтергә тейеш ине. Быйыл тәүге тапҡыр Интернет селтәрендә хәүефһеҙ эш итеү буйынса мәсьәләләр индерелде.


Вернуться назад