Доктор Неудачиндың ҙур уңышы22.06.2016
Башҡортостан табиптары Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшылары тип танылды. Быйыл бәйге 36 номинация буйынса ойошторолдо. Рәсәйҙең 66 төбәгенән 658 докторҙың һәм алты федераль ведомствоның эштәре ҡаралды.
“Иң яҡшы психиатр” номинацияһында 1-се Республика клиник психиатрия дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Наталья Тулбаева беренсе урынды яуланы. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының 2-се терапия бүлеге мөдире Виктор Лузин иһә үҙенең өлкәһендә иң яҡшыһы булды. Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһының 2-се кардиология бүлеге мөдире Аэлита Губаева “Иң яҡшы кардиолог” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды. “Махсус номинация”ла Республика балалар клиник дауаханаһының бүлек мөдире, бит-яңаҡ хирургы Наил Дәүләтшин да икенсе урынды яуланы. Әйткәндәй, ул балаларҙың иренендәге һәм аңҡауындағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү йәһәтенән ҡатмарлы операциялар яһай, “Йылмайыу” операцияһы” хәйриә проектында ҡатнаша.
Артем Неудачин етәкселегендәге бер төркөм Башҡортостан табиптары күптән түгел генә 16-сы “Булмыш” (“Призвание”) премияһы лауреаты булды. Улар “Кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция өсөн” номинацияһында бүләкләнде.