Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле йүгәнле ат ятыр22.06.2016
Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле йүгәнле ат ятыр Сағылдарҙа үҫкән олпат имән кеүек, кешелектең йәшәйеш ағасы ла тамырҙарынан һут ала. Тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге юҡ. Илем, халҡым тип йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың, ир-уҙамандарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың милләт яҙмышы өсөн түккән көс-ғәйрәте тере һыу кеүек быуындарҙан быуындарға күсә килә, еңеүҙәргә рухландыра. Улар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәр мәңгелек хәтер булып йәшәй.

Ағиҙел ярында ярһыу толпарға атланған Салауатыбыҙ бөгөн дә алғы сафта. Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда йәштәргә нәсихәттәрен һөйләй, Башҡорт дәүләт академия драма театрына килгән тамашасыларҙы тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури сәләмләй, уйсан ҡараштарын алыҫтарға төбәп, үҙенең данлы исемен йөрөткән урамда Мостай Кәрим баҫып тора, Ҡунаҡһарай янындағы гүзәл майҙанда Заһир Исмәғилев моң донъяһына сумған... Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың аҫыл шәхестәре, батыр улдары Шәһит Хоҙайбирҙин, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов), Миңлеғәле Ғөбәй­ҙуллин, Муса Гәрәев, Рәми Ғарипов, Арыҫлан Мөбәрәков хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәр баш ҡалабыҙ урамдарын, парктарын биҙәй. Былтыр асылған “Ете ҡыҙ” һәйкәл-фонтаны тирәһе ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнде. Шулай уҡ халҡы­быҙҙың милли асылын сағылдырған “Ҡурайсы”, “Зөһрә ҡыҙ”, “Аҡбуҙат” һындары ла төйәгебеҙ күрке булып тора.
Күптән түгел Өфөлә яңы һәйкәл барлыҡҡа килде. Атын йүгәненән тотҡан милли кейемдәге башҡорт егете һыны Комсомол – Урман техникумы урамдары сатында урын­лаш­ҡан. Һәйкәлдең авторы – Хәлит Ғәлиуллин. Үҙе әйтеүенсә проектты эшләргә башҡорт эпостары этәргән. Скульптор һындарҙы бер ай дауамында пластик һауыттарҙан яһаған һәм бронза төҫөнә буяған. Тиҙҙән Хәлит Ғәлиуллин Аҡбуҙатҡа һәм балаһы менән инә айыуға һәйкәл төҙөй башларға ниәтләй.
Бына шулай, халҡыбыҙҙың данлы тарихын мәңгеләштереү, тормо­шо­боҙға йәм һәм ғәм өҫтәү һәр бере­беҙҙең ҡулынан килә. Хатта аяҡ аҫтыңда ятҡан бәләкәй генә сүпте алып ташлау ҙа ҡалабыҙҙың йөҙөн балҡытып, кешеләрҙең күңелен нурлап ебәрер.



Вернуться назад