Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты “Башҡортостан һәм Көнсығыш Европа. Диалог һәм хеҙмәттәшлек” халыҡ-ара акцияһын уҙғарҙы. Сара Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ярҙамы менән үткәрелде.
Комитет делегацияһы Польша, Чехия, Австрия һәм Венгрияла булды. Сәфәрҙә республикалағы ЮНЕСКО хәрәкәте активистары — Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Баймаҡ һәм Мәләүез ҡалаларының мәғариф учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Халыҡ-ара акцияның төп маҡсаты — республикалағы мәғариф учреждениеларын ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара проекттарында һәм программаларында ҡатнашыуға йәлеп итеү, Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы объекттарына барыу, тел һәм мәҙәни күп төрлөлөк шарттарында Европа илдәренең тарихи, мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын һаҡлап ҡалыу буйынса сит илдәге коллегаларҙың, шулай уҡ милли комиссиялар, ЮНЕСКО мәктәптәренең эш тәжрибәһен өйрәнеү.
Сәфәр барышында Башҡортостан Республикаһы менән таныштырыу саралары, ватандаштарыбыҙ менән осрашыуҙар уҙғарылды. Халыҡ-ара акцияла ҡатнашыусылар Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы иҫәбенә индерелгән тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар менән танышты, Польшаның Варшава һәм Краков, Чехияның Прага, Кутна Гора һәм Чешский Крумлов, Австрияның Вена һәм Грац, Венгрияның Будапешт ҡалаларында булды.
Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ Чехия һәм Австриялағы ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссиялар вәкилдәре менән осрашты. Унда хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде. Ошо илдәрҙәге мәҙәни һәм тарихи мираҫты өйрәнеү һәм һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре буйынса эш тәжрибәһен уртаҡлаштылар. Осрашыу аҙағында делегация ағзалары республикабыҙ менән таныштырҙы.
Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса
комитетының матбуғат хеҙмәте.