“Ҡыҙыл әтәс” ғәфү итмәй ғәмһеҙлекте...21.06.2016
“Ҡыҙыл әтәс” ғәфү итмәй  ғәмһеҙлекте... Өфө районының Авдон ауылынан бер нисә километр алыҫлыҡта бер утар бар. Ҡасандыр ауыл булған ул, әле тиҫтәләгән йорт ҡына ҡалған. Утарҙа йәшәүселәр араһынан Десяткиндар ғаиләһе башлығы Володя күптән инде крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырып эшләй. Тракторҙары, экскаваторы, башҡа кәрәк-ярағы үҙенеке. Бөтмөр хужа йортон да ныҡлы итеп һалған. Иң ылыҡтырғаны – Десяткиндың ике быуаһы. Уларҙа балыҡ мыжғып тора. 100 һум түләйһең дә, күпме теләйһең, шунса ваҡыт яр буйында ҡармаҡ тотоп ултыра алаһың. Башҡа бер ерҙә лә балыҡ эләкмәгән хәлдә, балаларҙың күңеле булһын тип, Десяткиндарға юлланабыҙ... Бер көн ишек алдына килеп туҡтаныҡ та телһеҙ ҡалдыҡ: фермерҙың гөрләп торған донъяһынан мейес мөрйәһе генә һерәйеп тороп ҡалған...

“Ҡыҙыл әтәс” ғәфү итмәй  ғәмһеҙлекте...Янғын аш бүлмәһенән башлана. Электр сымдарындағы төҙөкһөҙлөк арҡаһында сыға ут. Хужабикә тышта түтәлдәр менән мәшғүл саҡта бәләкәс ейәнсәре эстә йоҡлаған була. Өләсәй кеше аш бүлмәһенән сыҡҡан еҫте тойоп, өйгә керә. Бәхетһеҙлеккә күрә, был көндә ире лә, улы ла өйҙә тормай, тағы ла үкенеслерәге – көслө ел сыға. Шулай итеп, Десяткиндарҙың ҡаралтылары ярты сәғәт эсендә көлгә әйләнә. “Ярай әле, янғын төндә башланмаған. Бөтәбеҙ ҙә янып үлер инек. Шырпы кеүек гөлтләне! Сығып өлгөрмәҫ инек”, – ти өй хужаһы. Володя беҙҙең менән һөйләшкәндә ҡулында уйнатҡан тимер киҫәге ҡасандыр суйын кәстрүл булған икән...
Үткән аҙнала баш ҡаланың “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә лә шәхси йорт ҡапыл тоҡанып китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бина төҙөкләндереүгә яраҡһыҙ. Йортта 20 йәшлек егет һәм уның һигеҙ йәшлек ҡустыһы йәшәгән булған. Өлкәндәре Глеб бынан бер ай самаһы элек хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан. Ата-әсәләрен иртә юғалтҡан малайҙарҙың тормоштағы һуңғы терәге – йорттары – юҡ хәҙер. Әлегә улар таныштарында йәшәй...
Нефтекама ҡалаһындағы күңел асыу комплексында сыҡҡан янғын да, бәхеткә күрә, кеше ғүмерен ҡыйманы. Дүрт ҡатлы бина бер сәғәт эсендә тулыһынса тиерлек янып бөткән. Ғәҙәттән тыш хәл тураһындағы мәғлүмәт диспетчер пультына киске сәғәт ундар тирәһендә килә. Янғынға ҡаршы көрәшкә 24 берәмек техника, йөҙләп хеҙмәткәр йәлеп ителә. Ваҡиға урынынан дүрт тиҫтәләп кеше эвакуациялана. Яҡынса мәғлүмәт буйынса янғынға электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы сәбәпсе тип фаразлана. Әлеге ваҡытта белгестәр барыһын да асыҡлай.
“Ҡыҙыл әтәс” ғәфү итмәй  ғәмһеҙлекте...Үрҙә һанап үтелгән янғын осраҡтары электр сымдарындағы төҙөкһөҙлөк арҡаһында барлыҡҡа килгән. Ә бына балаларҙың өйҙә ҡарауһыҙ ҡалыуы арҡаһында сыҡҡандарҙың береһе Благовещен районындағы Яңы Надеждин ауылында теркәлде. Тәүҙә бер йорт янып китә, көслө ел арҡаһында ялҡын күрше йорттарға ла “ырғый”. Һөҙөмтәлә дүрт йорт һәм 12 кәртә-ҡура көлгә әйләнә. Һөҙөмтәлә 15 кеше урамда тороп ҡала. Һигеҙе – балалар. Ҡаза күреүселәр социаль селтәрҙәр аша ярҙам һорай, сөнки бөгөн уларҙың барыр урындары ла, кейем-һалымы, башҡа кәрәк-ярағы ла юҡ.
“Ҡыҙыл әтәс” ғәфү итмәй  ғәмһеҙлекте...“Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай” тигән шәп мәҡәл бар. Бур йорт-ҡураңдан иң ҡим­мәтле әйберҙәрҙе генә аласаҡ, ә ут хатта суйын кәстрүлде лә иретер көскә эйә.




Вернуться назад