Аяҙ көн алтынға бәрәбәр21.06.2016
Аяҙ көн алтынға бәрәбәр Ауыл кешеһенең иркенләп ял итергә ваҡыты юҡ, сөнки яҙғы сәсеү тамамланып, һабантуйҙар үтеү менән ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү башлана. Мәлдең мөһим икәнен һәр кем яҡшы аңлай. Боронғолар “Йәйге көндөң ҡиммәте ҙур” тип тиккә генә әйтмәгән бит.

– Миҙгел, Аллаға шөкөр, уңай килде: ямғыр ваҡытында яуҙы, ҡояшлы көндәре лә мул ғына. Баҫыу-яландарҙа бесән күпереп үҫкән, иренмәй сабып ал ғына, – ти “Нерал-Бүздәк” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте директоры, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ирек улы Субаев. – Эш дәр­рәү һәм көйлө бара, тех­ни­кабыҙ төҙөк, ватылып ултыр­ғандары юҡ. Яғыулыҡ-майлау материалдарын да алдан хәстәрләгәс, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй.
Йәмғиәттең 8500 гектар ере бар, яҙын иген культуралары шуның биш мең гектарында сәселгән. Бынан тыш, ауыл эшсәндәре шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, силосҡа тип кукуруз да хәстәрләгән. Пар ерҙәре иһә 700 гектар тәшкил итә.
Бөгөн игенселәр ике донник баҫыуында эш менән мәшғүл: көндәрҙең аяҙ тороуынан файҙаланып, тиҙ арала үләнде сенажға һалыуҙы тамамларға ниәтләйҙәр. “Етәкселек яғынан иғтибар ҙур булғас, эшләүе еңел, хеҙ­мәтебеҙҙе һәр саҡ баһа­лай­ҙар”, – ти баҫыу эшсәндәре. Механизаторҙар яҫмаларҙың ҡалын булыуына ҡыуана. Сабылған үлән баҫыуҙа оҙаҡ ятмай, ҡеүәтле техника ярҙа­мында сенаж соҡорҙарына тиҙ арала оҙатыла. Сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән заманса техника менән люцерна һәм йылҡы борсағы баҫыуҙарын һабантуйға тиклем үк сабып алғандар икән.
Баҫыуҙа көс түккәндәр көнөнә өс тапҡыр йылы аш менән бушлай тәьмин ителә. Эш хаҡы ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ түләнә, социаль яҡлауҙар ҡаралған. Хеҙмәт хаҡының юғары булыуы бөгөн йәштәрҙең күбе­һен ауылда ҡалырға этәрә икән. Ҡасандыр Себер тарафтарына оҙон аҡса артынан сығып киткәндәр ҙә әле туған хужалығына ҡайтырға ашҡынып тора, ти.
“500 ферма” маҡсатлы программаһына ингән хужа­лыҡта бөгөн ҡара-сыбар то­ҡомло 1600 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 500-гә яҡынын һауалар. Һөтсөлөк фермалары, шул иҫәптән йәйләүҙәр ҙә заманса ҡорамалдар ме­нән йыһазландырылған, ҡе­үәтле һыуытҡыстар продукцияны сифатлы итеп һаҡ­ларға мөмкинлек бирә. Әле предприятиела көнөнә һигеҙ тонна һөт һауыла, ул Бәлә­бәйҙәге комбинатҡа тапшырыла.
Бында Вознесенка, Таш­лыкүл, Бүздәк һәм Никольский ауылдарынан барлығы 120 кеше эшләй. Ауыл хал­ҡының етеш, мул йәшәүен, уңғанлығын һәм тырышлығын билдәләп, “Халыҡ егәрле булғанда эштәр ыңғай бара, һөҙөмтәләр ҙә юғары”, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты етәкселек.





Вернуться назад