Төбәгебеҙ – йәшмә донъяһы21.06.2016
Төбәгебеҙ – йәшмә донъяһы Ошо көндәрҙә республика­быҙҙың Милли музейында “Башҡортос­тандың йәшмә бүлмәһе” тип аталған күргәҙмә эшләй башланы. Унда ошо аҫыл таштан юғары зауыҡ кимәлендә яһалған әйбер өлгөләре ҡуйылған. Күргәҙмәнең маҡсаты – халыҡты башҡорт йәшмәһенең күп төҫлө үҙенсәлектәре менән таныштырыу, художестволы кәсептәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү.

Уҙған быуаттың 70-се йылдары уртаһындараҡ “Правда” гәзитендә баҫылып сыҡҡан бер мәҡәлә Учалы районы халҡын аптырашта ҡалдыр­ғайны: яҙма­ның авторы ошо төбәктә йәшәү­селәрҙе кескәй генә йылға аша күпер һал­ғанда гранит ҡул­ла­ныуҙа ғә­йепләй. Тәбиғәт биргән байлыҡты әрәм-шәрәм итә­ләр, йәнәһе. Ә бит бында ысынлап та мәғдән аяҡ аҫтында тапала, күпер ҙә һалалар, ферма ла тө­ҙөйҙәр. Әгәр ҙә беҙҙең мунсаның нигеҙе йәшмәнән генә тороуын белһә, был автор ни эшләр ине икән?..
Күргәҙмә экспонаттарын ҡа­ра­ғанда ирек­һеҙҙән ошо ваҡиға иҫкә төштө. Ысынлап та, тәбиғи байлыҡ өҫтөндә йә­шәйбеҙ. Йәш­мә ятҡылығы ғына ла Баш­ҡортостандың Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары буйлап оҙонлоғо 300 һәм киңлеге 50–60 километр сама­һындағы һыҙат булып ята. Ошо ташты эшкәртеп, нимә генә яһамай оҫталар! Әлеге күргәҙмә майҙаны уларҙың ҡайһы бер өлгөләрен генә һыйҙырған.
Әлиә Байрамғолованың эскизы буйынса эшләнгән “Тормош ағасы” панноһы был матур әйберҙәр араһында ҙур ғына урынды алып тора. Ағастың япраҡ менән ҡап­ланған өҫкө өлөшөн аҡ ҡош­тар биләй, улар кешелектең яҡты хыялдарын, ынтылыштарын сағылдыра. Тамырҙар аҫтында йылан баштары саҡ-саҡ ҡына күренә, унда – күҙгә бик салынырға ты­рыш­маған мәкерлек донъяһы. Ағастың бер яғында йәшел сизәм өҫтөндә ҡулына ҡымыҙ һалынған туҫтаҡ тотоп ҡатын ултыра. Йөҙө уйсан һәм донъяның киләсәге өсөн борсолған һымаҡ. Икенсе яҡтағы йәшел үлән өҫтөндә яугир кейемле ир кәүҙәлән­дерелгән. Ул ҡоралһыҙ, ләкин ҡатындың йөҙөнән күҙен дә алмай – уға хәүеф янай ҡалһа, яҡлауға ташланырға әҙер. Иғтибар­лыраҡ ҡараһаң, ике яҡтағы сиҙәм дә – кеше йөҙө икән! Улар ошо ағасты уртаға, йәғни ҡурсауға алған тәбиғәт рухтарын сағылдыра.
Скульптор Арыҫлан Асҡа­ровтың башҡорт донъяһын образлы кәүҙәләндергән вазаһы, башҡа күп төрлө экспонаттар ҙа аҫылташтарҙан эшләнеүе генә түгел, художестволы кимәле менән дә үҙенә йәлеп итә. Уларҙы тасуирлап ҡына аңлатып булмай, барып күрергә кәрәк. Музейҙың ишектәре дүшәм­бенән тыш һәр көн асыҡ.



Вернуться назад