Өфө – Хэфэй араһы21.06.2016
Рәсәй ҡалалары союзының 25 йыллыҡ юбилейында нәҡ Башҡортостанда йыйылыуы осраҡлы түгел. Баш ҡалабыҙ Өфө, ни тиһәң дә, донъя кимәлендәге сараларҙы үткәреү тәжрибәһенә эйә. Мәҫәлән, былтыр уҙғарылған ШОС һәм БРИКС саммиттары – шуға асыҡ миҫал. Әле иһә беҙҙә ойошмалағы иң яҡшы муниципаль практиктарҙың IV форумы булды.

Матбуғат конференцияһында Рәсәй ҡалалары союзының генераль директоры Александра Игнатьева әйтеүенсә, һәр ваҡыт, ниндәйҙер сараны өс тапҡыр уҙғарғас, “Ә сираттағыһы булырмы?” тигән һорау тыуа.
– Тәүге форум Пенза ҡалаһында булғайны, артабанғыһы – Грозныйҙа. Пермдән һуң дүртенсе форумдың бүтән бер ҡайҙа ла түгел, ә фәҡәт Өфөлә үтәсәген күҙалланыҡ һәм яңылышманыҡ, – тине ул.
Союздың президенты, Силәбе ҡалаһы Думаһы рәйесе Станислав Мошаров йыйынды юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн Башҡортостан һәм Өфө етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. “Был ҡала осраҡлы һайланманы, һеҙҙә иҫтәлекле урындар бихисап, күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин”, – тип тә өҫтәне.
Станислав Иванович билдәләүенсә, быйылғы сара шуның менән әһәмиәтле: ул халыҡ-ара статусы алды – Рәсәйҙәге 68 ҡала һәм 45 муниципаль райондан тыш, Ҡытай, Көньяҡ Корея, Бөйөк Британия, шулай уҡ БДБ илдәренән вәкилдәр килгән.
Эш төрлө секцияларҙа дауам итте, туғандаш ҡалалар Өфө менән Хэфэй (Ҡытай) араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.



Вернуться назад