Контроль-иҫәп палатаһында – яңы етәксе21.06.2016
Рәмил Исҡужин Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Был турала ҡарар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡабул ителде. Депутаттар уның кандидатураһын бер тауыштан хуплап сыҡты.

Рәмил Кәбир улы Исҡужин Бөрйән районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1975 йылда Бөрйән районының Ырғыҙлы урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, унан һуң ҡайтанан мәктәпкә килә. Төрлө йылдарҙа ауыл Советы рәйесенән алып Өфө районы прокурорына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2006 йылда – Федерация Советы ағзаһы, артабан бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе урынбаҫары була. Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, 2013 йылдан республиканың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары булды. Маҡтаулы исемдәргә һәм наградаларға эйә.




Вернуться назад