Алексей Касьяновҡа ышаныс күрһәтелде21.06.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Алексей Касьяновты республиканың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары итеп тәғәйенләне. Әлегә тиклем был вазифаны Рәмил Исҡужин биләй ине.
Алексей Анатольевич Касьянов 1975 йылдың 24 майында Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда Өфөнөң Калинин районы прокуратураһында тәфтишсе булып башлай. 1997–2004 йылдарҙа – Өфө прокуратураһында тәфтишсе, унан һуң өлкән тәфтишсе, Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһында айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлеге тәфтишсеһе. 2004–2015 йылдарҙа Башҡортостан Прокуратураһында айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлеге начальнигы, прокурор урынбаҫары, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе була.
2015–2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары вазифаһында эшләне.