Ауыл табиптарына ярҙамға21.06.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы медицина ойошмаларының кадрҙар ҡеүәтен нығытыу саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ ауыл ерендәге медицина ойошмаларын юғары квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уға ярашлы, быйыл 1 ғинуарҙан фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә килгән фельдшерҙарға бер тапҡыр 500 мең һум күләмендә пособие түләү рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәре ошо эш урынында килешеү төҙөлгән мәлдән алып кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәтенә сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә, пособие түләү тәртибен һәм шарттарын раҫларға ҡушылды.