Тәжрибә шулай туплана21.06.2016
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты йыл да беренсе курс студенттары өсөн күсмә уҡыуҙар ойоштора. Уҡыу йортоноң был маҡсатта төрлө дәүләт органдары менән хеҙмәттәшлек итеүе тәү сиратта уҡыу процесына ыңғай йоғонто яһай — йәштәр тәжрибә туплай, аралаша, төрлө сараларҙа ҡатнаша.
Сираттағы уҡыуҙар яңыраҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда үтте. Студенттар парламентаризмдың тарихын сағылдырған музейҙы ҡараны, депутаттар менән осрашты. Айырыуса Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Секретариат етәксеһе урынбаҫары Нәүфәл Йәнбухтиндың сығышы фәһемле булды йәштәргә. Ул парламент эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәренә айырым туҡталды, закондар сығарыу процесы, ҡануни башланғыстарҙың республика, ил кимәлдәрендә нисегерәк өйрәнелеүе хаҡында ентекле һөйләне.
Уҡыу йылы барышында студенттар шулай уҡ республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы эшмәкәрлеге менән танышҡайны. Бынан тыш, район һәм ҡала хакимиәттәрендә лә уҡыуҙар ҡаралған.