Күмәкләгән — яу ҡайтарған21.06.2016
“Реаль эштәр” проекты барлыҡҡа килеүгә ни бары бер йыл үтте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уға ярашлы тормошҡа ашырылған эштәр республикалағы ауыл-ҡалаларҙың йөҙөн ярайһы үк үҙгәртте. Иглин райо­нында ғына ла “Реаль эштәр” проекты буйынса 19 майҙансыҡта эштәр планлаштырылған.

Мартта районда үткәрелгән йыйылыш­тарҙа халыҡ менән ауылдар өсөн иң файҙалы һәм кәрәкле проекттар хаҡында һүҙ барҙы һәм уртаҡ фекергә таянып пландар ҡабул ителде. Шулай итеп, быйыл 5,6 миллион һумға төҙөлөш эштәре башҡарыласаҡ. Күптәре үтәлә башлаған да инде. Мәҫәлән, Ҡалтыман ауыл билә­мәһенә ҡараған Алатор ауы­лының Еңеүселәр аллеяһында фонарь бағана­лары ҡуйылған. Үктәй ауыл биләмәһен­дәге Келәш ауылында зыяратты кәртә­ләүгә кәрәк-яраҡ, төҙөлөш материалдары алынған. Ошо арала Иглин ауылында сүп-сар ҡабул итеү пункттарын төҙөк­ләндереү баш­ҡарыласаҡ. Аҡбирҙелә Яппар шишмәһенең тирә-яғын яңыртыу башланды. Майск ауылында ҡасандыр мәктәп нигеҙе итеп ҡаҙылған соҡорҙо күмәләр.
Район халҡы “Реаль эштәр” проектында әүҙем ҡатнаша, баш­ҡарылған эштәрҙең үҙҙәренә ни тиклем кәрәклеген яҡшы аңлай. Шуға күрә теләктәре, тәҡдимдәре менән депутаттарға йыш мөрә­жәғәт итеп тора улар.






Вернуться назад