Дауаханала ятмаҫмын тип бер кем дә әйтә алмай. Унда эләгеүҙе психологик яҡтан нығынып өлгөрмәгән балалар оло кешегә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ кисерә. Сәбәбе – сирләп киткән сабыйға тағы бер “ауырыу”, йәғни дауахана синдромы өҫтәлә. Был синдромды барлыҡҡа килтереүсе төп сәбәптәр – тыуған өйҙән, ата-әсәнән айырылып, ят мөхиткә килеп эләгеүҙән, табиптарҙан, укол һалдырыуҙан, яраны таҙартып, бинт менән бәйләүҙән һәм башҡа күренештәрҙән ҡурҡыу. Бала дауахананан сыҡҡас та оҙаҡ ваҡыт элекке хәленә ҡайта алмай аҙаплана, аҡ халатлы кешеләрҙән, “укол” һүҙенән ҡурҡа. Ошо осорҙа ата-әсәгә мөмкин тиклем иғтибарлы, түҙемле һәм яғымлы булырға кәрәк.
Дауахана синдромы түбәндәге типик реакцияларҙан тора.Ғәйеп һәм ситкә
этәрелгәнлек тойғоһоКүп балалар дауаханала үҙен яңғыҙ, бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тоя башлай һәм бында эләгеүҙә үҙен ғәйепләй, йыш илай. Был хәлде ниндәйҙер эш боҙған өсөн яза рәүешендә ҡабул итәләр.
Ата-әсәгә нимә эшләргә? Балағыҙ янында мөмкин тиклем йышыраҡ булырға тырышығыҙ, дәртләндергес йылы һүҙҙәр әйтергә онотмағыҙ. Дауаханала ятыу ни тиклем генә ауыр булмаһын, бының һаулыҡ өсөн мөһим икәнлеген аңлатығыҙ. Баланың яратып уйнаған уйынсығын алып килергә мөмкин. Әгәр ҙә уҡый-яҙа белһә, китап-дәфтәрҙәр, ручка, буяу ҡәләмдәре килтерегеҙ. Дауаханала күңелде иң ныҡ бошорған мәл – кисен табиптар өйҙәренә таралышып, кабинет, коридорҙар тынып ҡалған ваҡыт. Шуға күрә тап ошо сәғәттәрҙә бала менән бәйләнеш булыуы мөһим. Әгәр ҙә бала уҡый-яҙа белә икән, уға конвертта сәләм яҙып ҡалдырырға мөмкин. Әммә уны тәүҙә иҫкәртегеҙ: был сәләм серле һәм уны йоҡлар алдынан ғына уҡырға ярай. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: моңһоу оҙон кистәрҙә балағыҙға ата-әсәһенән хат алыу ниндәй ҡыуаныс килтерәсәк. Киләһе көнгә ул да һеҙгә яуап хаты яҙып ҡуйһын.
Шиңә башлауБаланы бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай, өйгә ҡайтыу, уйнау теләге лә юҡ.
Ата-әсәгә нимә эшләргә? Аралашырға теләмәү, эмоциялар юҡлығы баланың психологик көрсөк кисереүе тураһында һөйләй. Уға дауаханала бер үҙе генә түгеллеген төшөндөрөргә тырышығыҙ. Үҙегеҙҙең йә берәй туғанығыҙҙың ҡасандыр ошо рәүешле дауаланып ятыуын, табиптарҙан, уколдан бер ҙә ҡурҡмауын һөйләгеҙ. “Минең балам ҡайһылай көслө, батыр”, – тип дәртләндерегеҙ. Дауаханаға бәйле берәй ҡыҙыҡлы нәмәне һөйләгеҙ, ундай ваҡиға иҫегеҙгә төшмәһә, уйлап сығарып булһа ла бәйән итегеҙ. Ҡыйынлыҡтар алдында бирешмәгәне өсөн өйҙә серле бүләк көтөүе менән дә баланың рухын күтәрергә мөмкин.
Яңғыҙлыҡ һәм үлем хисеБала 5-6 йәшендә кешенең мәңге йәшәмәүен аңлай башлай. Үлем хаҡында дауаханала уйланыу бигерәк тә ҡурҡыныс.
Ата-әсәгә нимә эшләргә? Әгәр балағыҙҙың бындай уй-хистәргә бирелеүен тойомлаһағыҙ, уның менән тормош ҡанундары, йәшәйеш тураһында әңгәмәләшеп алырға ла ярай. Кеше мәңге йәшәмәй, әммә беҙгә үлем тураһында уйланырға әле иртә, сөнки тормош саҡ башланып ҡына тора, тип тынысландырырға кәрәк.
Баланы дәртләндереп ебәреү өсөн уның дауаханала ятыуҙан алған тәжрибәһенә туҡталығыҙ, күңелле ваҡиға булмаһа ла, ыңғай яҡтарына иғтибар итегеҙ:
– Хәҙер инде ул ҙурайҙы, ныҡлыҡҡа һынау үтте;
– Табиптарҙан ҡурҡмай, укол һалғанда иламай;
– Класташтары, дуҫтары алдында тәжрибәһе күберәк һ. б.
Бер әсәнең тормош тәжрибәһенән – Бер мәл улым сирләп китеп, дауаханала ятҡайны. Уҡытыусыһы уның күңелен күтәреүҙең яҡшы бер ысулын тапты. Баҡһаң, малайымдың класташтарына: “Балалар, Илшат ауырып киткән, дауаханала ята. Унда оҙаҡ ҡына буласаҡ. Яңғыҙына атай-әсәйһеҙ, дуҫтарһыҙ бик ҡыйын, күңелһеҙҙер. Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә һүрәттәр төшөрөп, аҫтына йылы һүҙҙәр яҙып, Илшатҡа ебәрәйек”, – тигән ул. Балалар ихласлыҡ менән ауырып киткән класташына арнап һүрәт эшләргә, тиҙерәк һауығыуын теләп сәләмдәр яҙырға керешкән. Хаттарҙы алғас, улымдың ҡыуанысының сиге булманы. Ул шунда уҡ янында ятҡан тиҫтерҙәренә ғорурлыҡ менән дуҫтары тураһында һөйләй башланы, шатлығы менән уртаҡлашты, сөнки бүлмәлә унан башҡа бер баланың да бер юлы 12 класташынан хат алғаны булмаған.
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.