Йөрәккә ышаныслы ҡалҡан21.06.2016
Йөрәккә ышаныслы ҡалҡан Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илебеҙҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла барлыҡ ауырыуҙар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре өҫтөнлөк итә. Был патология һәр өсөнсө оло кешелә осрай. Сәбәбе гиподинамияға ҡоролған тормошҡа, кешеләрҙең йәшәү рәүешенә, нәҫелдән күсә килеүсәнлеккә һәм башҡа факторҙарға ҡайтып ҡала. Шуға күрә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Республиканың кардиология үҙәге илдә генә түгел, бөтә донъя­ла киң билдәле, һәм ул замандың алдынғы медицина технологияларына нигеҙләнеп эш итә. Үҙәктең баш врачы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы Ирина НИКОЛАЕВА менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

Йөрәккә ышаныслы ҡалҡан— Ирина Евгеньевна, Республика кардиология үҙәгенең диагностикалау һәм дауалау мөмкинлектәре нисек баһалана?
— Әле беҙҙең үҙәк 470 койка-урынлыҡ стационарҙы һәм сменаһына 250 кешене ҡабул итерлек консультация-диагностика поликлиникаһын берләштерә. Йыл һайын стационарҙа 14 меңдән ашыу пациент дауалана һәм 80 мең кеше консультация ала.
Учреждениеның ҡеүәтле базаһы, коллективтың юғары һөнәри оҫталығы тотош республика халҡының сәләмәт­леген хәстәрләүгә йүнәлтелгән. Былтыр төпкөл төбәктәрҙә йәшәгәндәрҙе лә тейешле кимәлдәге кардиология хеҙмәте менән тәьмин итеү маҡсатында Республика логистика үҙәге булдырылды. Был үҙәккә урындарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары сирлеләргә ашығыс ярҙам күрһәтеүҙе координациялау, диагностикалау һәм дауалау стандарттарын контролдә тотоу бурысы йөкмәтелгән.
Республика кардиология үҙәгенең төп бурысы — ауырыуҙарҙы тикшереү һәм дауалауҙан тыш, фәнни һәм методологик эшмәкәрлекте лә берҙәм алып барыу. Был иһә республика, ил, донъя кимәлдәрендә ғәмәлгә ашырыла, фәнни конференциялар, телемедицина мәктәп­тәре, күсмә семинарҙар даими үткәрелә. Әйтәйек, Гуманитар форум барышында үткән конференцияға Ҡытай, Ҡаҙағстан, Иордания, Италия тарафтарынан абруйлы кардиологтар, кардиохирургтар һәм трансплантологтар йыйылды.
— Кардиология үҙәге йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙа донъя медицинаһының иң алдынғы ҡаҙаныштарына мөрәжәғәт итә. Был алым ниндәй һөҙөмтәләр бирә?
— 2013 йылда, мәҫәлән, Трансплантология һәм яһалма ағзалар федераль ғилми үҙәге кардиохирургы, профессор Ринат Сәйетгәрәев ҡатнашлығында беҙҙә йөрәк күсереп ултыртыу буйынса беренсе операция уңышлы үтте. Бөгөн­гәсә ошондай туғыҙ операция яһалған. Хәҙер инде барлыҡ транспланта­ция­ларҙы үҙебеҙҙең кардиохирургтар башҡара. Хирургия йәһәтенән иң ҡатмарлы осраҡтарҙа гибрид технологиялар киң ҡулланыла. Улар, асыҡ операцияларҙан айырмалы рәүештә, аҙ йәрәхәтләй һәм реабилитация ваҡытын тиҙләтә. Республика кардиология үҙәге бындай төрлө операцияларҙы яһау буйынса Рәсәйҙең төп биш төбәге исемле­гендә тора. Шулай уҡ беҙҙә бәләкәй инвазивлы һәм эндаваскуляр хирургия алымдары киң ҡулланыла.
Үткән йылда ғына йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын коррекциялауҙың 20 но­минацияһы ғәмәлгә индерелде. 16,5 мең операция һәм тикшереүҙәр үткә­релде. Был һандар артында – һаҡлап ҡалынған ғүмерҙәр, сәләмәт һәм әүҙем тормошҡа ҡайтҡан кешеләр. Ғөмүмән, кардиология өлкәһенә ғәйәт ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Беҙ ошо ышанысты аҡларға бурыслы.
— Сирҙе дауалауға ҡарағанда киҫәтеү еңелерәк, ти табиптар. Үҙәк­тең был йәһәттән эшмәкәрлеге нисек ҡоролған?
– Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү – заман медицинаһының төп йүнәлеше. Ауырыуҙарҙы мөмкин ҡәҙәр иртәрәк асыҡлау маҡсатында скринингтар үткәрелә. Үткән йылдың икенсе яртыһында ғына уны 19 мең кеше үтте. Тикшерелгәндәрҙең һәр өсөнсөһөндә төрлө дәрәжә йөрәк-ҡан тамырҙары сире барлығы асыҡланды. Улар өсөн Үҙәктә контроль системаһы һәм махсус регистрҙар булдырыла. “Сәләмәтлек үҙәге” күсмә диагностика модуле лә эшләй, скринингтар үткәреүҙә уңышлы файҙаланыла.
— Һуңғы осорҙа республика кардиологтары балалар сәләмәтлегенә айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтә. Бының етди сәбәптәре бармы?
— Белеүегеҙсә, “Башҡортостан Рес­публикаһында сәләмәтлекте ғүмер дауамында һаҡлауҙың модулле програм­маһы” тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта уның икенсе этабы бара. Был программаға ярашлы, мәктәп уҡыусы­ларын ғүмер дауамында үҙ сәләмәтлеген һаҡларға өйрәтәбеҙ. Һуңғы ике йылда ошондай 2,7 мең дәрес үткәрелде. Республика кардиология үҙәгенең Рәсәй һәм донъя кимәлендәге форумдарҙа яулаған наградалары араһында “Иң яҡшыһы — балаларға” тигән сифат билдәһе лә бар. Был – коллективыбыҙ йәш быуындың сәләмәтлеген ҡайғыр­тыуға һалған көсөнә лайыҡлы баһа.
Ғөмүмән, коллективтың һөнәри оҫталығы, ауырыуҙарға кешелекле мөнәсәбәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетәбеҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа республика халҡы юғары квалификациялы һәм сифатлы кардиология хеҙмәтенән тейешле дәрәжәлә файҙаланһын өсөн киләсәктә лә үҙәктең заманса ҡеүәтле технологик базаһын, һөнәри оҫталыҡты һәм тырыш­лыҡты тулыһынса файҙаланасаҡбыҙ.

Р. ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.



Вернуться назад