Һырҙарға ҡаршы банан, картуф ҡуллан21.06.2016
Һырҙарға ҡаршы  банан, картуф  ҡуллан Мимика мускулдарының артыҡ әүҙемлеге, тиренең һығылмалылығын юғалтыуы һөҙөмтәһендә, башҡа төрлө сәбәптәр арҡаһында күҙгә күренеп барлыҡҡа килә йыйырсыҡтар. Уларҙы булдырмау өсөн тирене даими рәүештә битлектәр, төрлө ванналар ярҙамында туҡландырып тороу зарур. Битлекте таҙа тирегә кис ятыр алдынан эшләп, аҙаҡ бүлмә температураһындағы һыу менән йыуһағыҙ, файҙаһы күберәк буласаҡ. Һырҙарға ҡаршы көрәшеүҙә түбәндәге рецепт өлгөләре ярҙамға килер. Уларҙы йорттағы йәшелсәнән, төрлө аҙыҡтан да әҙерләй алаһығыҙ.
Бер ҙур картуфты ҡабығын әрсемәй генә бешерәбеҙ, аҙаҡ таҙартып, иҙәбеҙ. Берәр аш ҡалағы ҡаймаҡ, һөт ҡушылмаһына ике аш ҡалағы картуф иҙмәһен һалабыҙ. Шунда уҡ бер сәй ҡалағындай үҫемлек майы, глицерин өҫтәйбеҙ. Барлыҡ ингредиенттарҙы бергә туғып, килеп сыҡҡан массаны бит, муйын тиреһенә һылап, 15 – 20 минут тотабыҙ. Йыуып төшөргәндән һуң тирегә крем һөртәбеҙ.
Ныҡ ҙур булмаған бананды иҙеп, уға бер аш ҡалағындай һоло оно, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушабыҙ. Ҡуйы масса килеп сыҡҡансы яҡшы итеп болғатабыҙ. Аҙаҡ бит, муйын тиреһен 15 минут дауамында ошо битлек менән туҡландырабыҙ.
Йөҙөгөҙҙә тәүге һырҙар күргәс, бошонмағыҙ. Киреһенсә, бер аш ҡалағы балды талғын утта иретеп, уға ике аш ҡалағы яңы һығып сығарылған алоэ һутын өҫтәп, әҙер массаны битегеҙгә һөртөгөҙ. 10 – 15 минуттай тотҡас, йылымыс һыу менән йыуығыҙ.
Бер аш ҡалағы һөттө, балды һәм ҡырғыс аша үткәрелгән башлы һуғанды бергә ҡушып туҡыйбыҙ. Шулай уҡ 15 минут дауамында бит тиреһендә тотабыҙ.


Вернуться назад