Күңел көйөгө әсерәк...21.06.2016
Эштән арып ҡайтҡан әсәйем киске аш әҙерләп йөрөй. Бер аҙҙан атайым алдына өҫтәлгә көйгәнерәк былау, томат соусы ултыртылды. Былауҙың утта кәрәгенән артыҡ тотолғанын шунда уҡ шәйләнем, шулай ҙа атайымдың һиҙгерлеген тикшереп ҡарарға булдым. Ул иһә, бер ни күрмәгәндәй, былауҙы ихлас ҡабып, минең көнөм нисек үтеүе хаҡында һораша башланы. Нисек, нимә тип яуаплағанымды бөтөнләй хәтерләмәйем, әммә шул мәлдә әсәйемдең көйгән аш өсөн ғәфү үтенгәне иҫтә ҡалған. Ә атайымдың: “Ҡәҙерлем, көйгән былауҙы нисек яратҡанымды белһәң ине!..” – тип уны тынысландырыуы ғүмерлеккә күңелемдә уйылды.
Һуңғараҡ, йоҡларға ятыр мәл еткәс, шым ғына килеп атайымдан ысынлап та көйгән былау яратамы икәнлеген һораным. Мине ихлас ҡосаҡлап: “Әсәйең эштән арып ҡайтҡан. Уға ял кәрәк. Көйгән былау берәүгә лә зыян килтермәй, ә бына уйламай әйтелгән һүҙҙәрҙең кеше күңеленә мәңгелек яра һалыуы ихтимал”, – тине атайым...