Мәҙәниәткә фашистар килтергән зыян21.06.2016
Мәҙәниәткә фашистар  килтергән зыян Кешелек йәшәйешендә йылдар артынан йылдар үтә… Яңынан-яңы йәш быуын тормошҡа аяҡ баҫа. Әммә халыҡ хәтеренән Тыуған илебеҙ халыҡтарының фашизмға ҡаршы көрәшендәге Бөйөк Еңеүе бер ваҡытта ла юйылмай.
Был ҡәһәрле һуғышта еңеүгә ҡорал көсө, матди әҙерлек, үҫеш кенә түгел, йәмғиәттәге халыҡтың аңы, рухы, йәшәүгә, сәйәсәткә ҡарашы, әхлаҡлылығы, әҙәплелеге, үҙ-ара дуҫлығы ла ҙур өлөш индерҙе. Был сифаттарҙы тәрбиәләүҙә мәҙәниәттең, рухи ҡоралдың көсө, тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ.
Был мәҡәлә архив материалдарына һәм нәшер ителгән тарихи хеҙмәттәргә таянып яҙылды. 1945 йылдың 25 ноябренән 1946 йылдың
1 октябренә тиклем Германияла Халыҡ-ара хәрби трибуналда Нюрнберг процесы ҡарала. Унда бөтәһе 23 дәүләт вәкиле ҡатнаша. Судҡа 24 хәрби енәйәтсе саҡырыла. Ошонда уҡ фашистарҙың илебеҙ мәҙәниәтенә килтергән зыяны тураһында документаль фильм да күрһәтелә.


Мәҙәниәткә фашистар  килтергән зыянСССР Юғары Советы Президиумы тарафынан төҙөлгән Ғәҙәттән тыш дәүләт комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1941 йылғы дәүләт хаҡтарында зыян күләме 2 триллион 679 миллиард һум тәшкил итә. Комиссия ошо мәсьәләгә ҡағылышлы дүрт миллионға яҡын актты тикшерә.
Дошман баҫып алған биләмәләрҙе азат иткәндә Совет Армияһы һәм союздаштарҙың ғәскәрҙәре ҡулға төшөргән документтар дәүләт комиссияһы билдәләгән факттарҙың дөрөҫлөгөн раҫлай. “Ғәскәргә үҙе туҡталырлыҡ биналарҙағы янғынды ғына һүндереү бурысы ҡуйыла, – тип яҙған немец генерал-фельдмаршалы фон Рейхенау ғәскәр­ҙәрҙең көнсығышта үҙҙәрен тотоу тәртибенә ҡағылған фарманында. – Большевиктарҙың хакимлығын хәтерләткән башҡа ҡоролмалар, шул иҫәптән биналар ҙа юҡ ителергә тейеш. Көнсы­ғыштағы тарихи һәм художество ҡиммәттәренең әһәмиәте юҡ”.
Сит ил эштәре министры Риббентроп баш­ланғысы буйынса һәм уның етәкселегендә Германияла махсус тәғәйенләнештәге батальон төҙөлә. Уның алдына советтар биләмәһендәге бөтә ғилми учреждениеларҙы, һарайҙарҙы тикшереү, архив­тарҙы “аҡтарыу” һәм табылған ҡиммәттәрҙе Германияға оҙатыу бурысы ҡуйыла. Фашизмдың төп “идеологтары”ның береһе Розенберг етәкселек иткән махсус штаб тап ошоноң менән шөғөлләнә.
Дошман артҡа сигенгәндә лә ҡиммәтле мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡомартҡыларын емереүҙе, талауҙы дауам итә. Үрт һалыусылар менән минасыларҙың махсус отрядтары предприятиеларҙы, торлаҡ йорттарҙы ғына түгел, ғилми ойошмаларҙы, мәктәп, балалар баҡсаһы, госпиталь, институт, китапхана, театр, клуб, музей биналарын, бүтән тарихи ҡомартҡыларҙы яндыра һәм шартлата.
Ул осорҙа Новгород, Псков, Смоленск, Гжатск, Ржев, Вязьма, Тихвин, Торжок, Сычевка һәм башҡа ҡалалар быуаттар буйы боронғо рус архитектураһы ҡомартҡыларын һаҡлай. Иң күркәмдәрҙең береһе булған Новгород иһә тулыһынса тиерлек яндырылып, ер менән тигеҙләнә. Ҡаты һуғыш барышында ХI-ХII быуаттарҙың байтаҡ сәнғәт һәм архитектура һәйкәле емерелә. Новгород кремленең иң боронғо ҡоролмаһында – ХI быуатта төҙөлгән София ҡорамында – фашист ғәскәрҙәре фрескаларҙы, көмбәҙҙәрҙе, диуарҙарҙы вәхшиҙәрсә юҡ итә, ялатылған алтынды ҡырып ала. Эсендәге әйберҙәр, шул иҫәптән Борис Годунов бүләк иткән барлыҡ иконалар урлана.
Аркажилағы ХII быуатта һалынған Благовещение сиркәүен фашистар дот һәм казарма рәүешендә файҙалана: миһрапҡа һәм диуарҙарға амбразуралар урынлаштыра, диуарҙарҙағы фрескаларҙы ватып төшөрә. Урта быуат архитектураһы ҡомарт­ҡыһы – Нередица тауындағы Спас сиркәүе – артиллерия утынан һәләк була. ХIV быуаттағы Новгород архитектураһының тағы ла бер үҙенсәлекле ҡомартҡыһы – күренекле рәссам Феофан Грек тарафынан биҙәлгән Спас-Преображение сиркәүе – дошмандың күҙәтеү пунктына һәм утҡа тотоу нөктәһенә әүерелә. Сиркәүҙең көмбәҙендә һәм көнсығыштағы диуарҙың өҫкө өлөшөндә илбаҫарҙар амбразуралар аса, бинаның көнбайыш, урталағы запас диуарҙарын тулыһынса тиерлек емерә. Фашистар ҡулынан шулай уҡ Юрий, Деревяницы монастырҙары һ.б. һәләк була. Гитлер ғәскәре Новгородта затлы фрескалар менән биҙәлгән Никола, Федор Стратилат, Спас, Успение, Архангел Михаил ҡорамдарына ла етди зыян килтерә.
Новгород кремлендә фашистарҙың казармаһы, келәттәре, ҡорал оҫтаханаһы урынлаша. Ҡалалағы 88 тарихи-художество ҡоролмаһының икәүһе генә әллә ни зыян күрмәй.
Смоленск – тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларға бай ҡала. Немецтар баҫып ингәнгә ҡәҙәр бында ҡиммәтле коллекциялар һаҡланған дүрт музей була. Художество музейында тарихи-художество, тарихи-көнкүреш, этнография ҡомартҡылары – Франциялағы күргәҙмәгә ҡуйылған картиналар, иконалар, бронза, фарфор, ҡойолған әйберҙәр, туҡымалар – һаҡлана. Боронғо ҡалала гитлерсылар юлдарында осраған бар һәйкәлдәрҙе, музей, мәктәп, китапхана биналарын ҡыйрата, ҡиммәтле коллек­цияларҙы үҙ иленә оҙата. Тап шул осорҙа Петропавловск, Архангел (Свирь), Иоанн Богослов, Үрге Никольск, Введенск сиркәүҙәре, Троицк монастыры шартлатыла, Спас һәм Духовская сиркәүҙәре тулыһынса яндырыла. 1812 йылғы һәйкәлдең туптары ла, Кутузовтың бронза һәйкәле лә Германияға оҙатыла.
Псковта фашистар ХIV быуатта төҙөлгән үҙенсәлекле Светогорск монастырының Раштыуа соборын, 1470 йылғы Никита сиркәүен, фасадтары таш менән биҙәлгән Меньшиков палаталарын емерә, Псков кремленә лә етди зыян килтерә. Боронғо Псков архитектураһының берҙән-бер ағас ҡомартҡыһы – Гоголь урамындағы йорт – харабалар аҫтында ҡала. Поганкиндарҙың йортона килтерелгән зыян ғына ла ул замандағы хаҡтарҙа 308 мең һум күләмендә баһалана.
Рәсәй биләмәһендә дошман ғәскәрҙәре тарафынан 3 мең боронғо монастырь һәм сиркәү емерелә. Ваҡытлыса баҫып алынған биләмәләрҙәге 991 музейҙың 427-һе талана. Мәҙәниәт учреждениеларына һәм ҡомартҡыларына 1 268,8 миллион һумлыҡ, шул иҫәптән музейҙарға 652 миллион һумлыҡ зыян килтерелә. Ростов, Смоленск, Псков, Брянск, Новгород, Краснодар, Курск, Сталинград, Симферополь, Ставрополь, Одесса, Таганрог, Ҡырым музейҙары утҡа тотола. Пятигорскиға эва­куацияланған Ростов һынлы сәнғәт музейы экспонаттары Германияға оҙатыла. Был экспонаттар араһында танылған рәссамдарҙың картиналары, Донателлоның скульптуралары ла була. Сталинградта иһә И.Е. Репиндың, В.А. Серовтың, В.Е. Маковскийҙың, И.И. Шишкиндың, И.К. Айвазов­скийҙың, А.А. Ивановтың байтаҡ картинаһы һәләк була.
Калининградта өлкәнең төп музейы, Завидовола шағир С.Д. Дрожжиндың йорт-музейы, шулай уҡ бихисап тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары яндырыла, талана, туптарҙан зыян күрә. Сычевкала дошман 5 меңдән ашыу картина һаҡланған музейҙы яндыра. Өлкә картиналар галереяһында фашистар И.И. Левитандың, Б.М. Кустодиевтың, П. Ротариҙың, В.Д. Поленовтың, А.Г. Венециановтың, В.К. Бялыницкий-Бируляның һ.б. рәссамдарҙың әҫәрҙәрен алып китә.
1942 йылдың июлендә Острогожск ҡалаһында И.Н. Крамскойҙың музейы шартлатыла, ундағы барлыҡ ҡиммәттәр Германияға оҙатыла. Шаһиттар әйтеүенсә, экспонаттарҙы тейәгәндә байтаҡ фарфор, быяла әйберҙәр, скульптуралар ватыла. Зыян күләмен аныҡ ҡына билдәләй ҙә алмайҙар, сөнки музейҙағы әйберҙәрҙең иҫәбе хаҡында кенәгәләр юғала.
Гамбург археология музейы директоры Матес­тың скиф әйберҙәрен һәм алтын экспонаттарҙы урлауы билдәле. Немец армияһының пропаганда бүлеге мөдире Лаберт менән гестапо етәксеһе обер-лейтенант Краузе иһә Таганрог тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы барлыҡ йыһазды, фарфор әйберҙәрҙе, боронғо ҡоралды, иконаларҙы фашист түрәләренә тарата.
Ҡырымда ла гитлерсылар совет халҡының мәҙәни байлығына ҙур зыян килтерә. Алупка һарай-музейынан ғына улар 1 269 экспонатты үҙләштерә. Улар араһында В.Е. Маковскийҙың, И.К. Айвазов­скийҙың, А.И. Куинджиҙың, М.К. Клодтың, А.Н. Бенуаның, К.П. Брюлловтың картиналары, фарфор, быяла әйберҙәр була. Һарай китапханаһындағы ҡиммәтле китаптар йыйылмаһының 3 607 томы юҡҡа сыға.
Симферополь картиналар галереяһы һәләк була. Артабан эвакуациялау өсөн ҡаланан Керчҡа оҙатылған музей фонды, шул иҫәптән танылған “Перекопты штурмлау” панорамаһы макеттары һәм Баҡсаһарай музейы коллекцияһы бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә тулыһынса тиерлек юҡ ителә. М.В. Нестеровтың, В.М. Васнецовтың, К.П. Брюл­ловтың, И.К. Айвазовскийҙың, В.Е. Маковскийҙың, Виже-Лебрендың, В.А. Тропининдың, Н.А. Касат­киндың, В.В. Верещагиндың, К.А. Савицкийҙың, В.Д. Поленовтың, Н.А. Ярошенконың картиналары, Баҡсаһарай музейы коллекцияһындағы Ҙур Ҡөрьән, пергаментҡа ҡулдан яҙылған Ҡөрьән, башҡа ҡулъяҙмалар һәләк була. Баҡсаһарайҙағы 2 074 ҡиммәттең ни бары 200-ө генә һаҡланып ҡала. Улар иҫәбендәге 50 картина менән 150 гравюра һуңыраҡ Феодосия картиналар галереяһы менән бергә Ереванға эвакуациялана.
1942 йылдың авгусында баржала күсерелгәндә Сталинград картиналар галереяһы экспонаттары ла, уларҙың исемлеге яҙылған кенәгәләр ҙә юғала.
Ғәҙәттән тыш дәүләт комиссияһы күрһәтмәһе буйынса РСФСР музейҙарындағы художество ҡиммәттәренә килтерелгән зыян күләме асыҡлана. Курск, Калинин, Краснодар, Калуга, Дондағы Ростов, Сталинград, Симферополь, Феодосия, Алупка һәм Баҡсаһарай музейҙарынан урланған һәм зыян күргән экспонаттарҙың иң ҡиммәтлеләре иҫәпкә алына. Зыян күләме тиҫтәләрсә миллион һум тәшкил итә.
Мәскәүҙә фугас бомбаларынан Третьяков галереяһының төп корпусы һәм бүтән өҫтәмә биналары емерелә. А.С. Пушкин исемендәге Һынлы сәнғәт музейының ҡыйығы, түшәме, кәрнизе, диуарҙарындағы һырлы биҙәктәр етди зыян күрә. Ленинградтағы Петергоф, Пушкин, Павел, Ораниенбаум, Гатчина һарай-парк ансамблдәре бомбаға тотола. Петергофта Монплезир, Марли, Эрмитаж, Коттедж һәм Ҙур һарайҙарҙан Германияға 34 214 экспонат, шул иҫәптән рус, француз, инглиз, итальян оҫталары яһаған 4 950 йорт йыһазы, XVIII һәм XIX быуат фарфоры, фонтан янындағы скульптуралар, шул иҫәптән Петр I батшаның Швецияны еңеүенә арналған “Арыҫландың ауыҙын ҡайырыусы Самсон” тигән бронза скульптура, 32 фигуранан торған Нептундың бронза төркөмө, Волхов, Нева йылғаларының, Нимфа һәм Арыҫландар каскадын­дағы башҡа статуялар Германияға оҙатыла. Ҙур һарайҙы фашистар яндыра, затлы плафондарын сәп рәүешендә файҙалана. Англия һарайын иһә ауыр туптар емерә.
Монплезирҙағы павильондарҙың һәм галерея­ларҙың ағас ҡоролмалары, кабинет, йоҡо һәм ҡытай бүлмәләренең йыһазы юҡ ителә. Ассамблея корпусының иҙәне, ишектәре, тәҙрә рамдары һүтеп алына. Дәүләт комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Петр һарайындағы мөлкәткә килтерелгән зыян күләме генә 5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Пушкин ҡалаһында гитлерсылар Екатерина һарайының ҙур өлөшөн яндыра. Артиллерия туптарынан фасадтарҙың архитектураһы һәм скульптураһы, шул иҫәптән Растрелли төҙөгән бүлмәләрҙең өс йөҙ метрлыҡ анфиладаһы, алтын ялатылған һырлы биҙәктәр, көҙгөләр, плафондар, Тореллиҙың, Джорданоның, Брюлловтың һәм башҡа рус, итальян оҫталарының картиналары, затлы йыһаз менән биҙәлгән тәхет залының бер өлөшө һәләк була. Фашистар Екатеринаның бүлмәләрен, Лион, Арабеска, Ҡытай залдарын емерә. Гәрәбә бүлмәнән мәрүәт менән биҙәлгән гәрәбә панноны, Аҡыҡ бүлмәләрҙән йәшмә менән бронзаны урлайҙар.
Ишкәкле һәм елкәнле суднолар коллекцияһы ла һәләк була. Илбаҫарҙар уларҙы быуаларҙа йөрөү өсөн файҙалана, унан шартлата. Пушкин паркындағы меңләгән ағас ҡырҡыла. Пушкин һарай-музейҙарына килтерелгән зыян аҡсалата сағылыш­та 4 миллиард һумдан ашыу күләмдә баһалана.
Павловскиҙа Риббентроптың махсус тәғәйенлә­нештәге батальоны һәм Розенберг штабы командалары Греция залын, тәхет ҡуйылған залдың кариатидаларын емерә, плафондарҙы вата, мәрмәр вазаларҙы, фрескаларҙы, скульптураларҙы урлай, иҙәнде һүтә, стеналарҙағы панноларҙы, гобеленды һыҙырып ала. Хатта Россиҙың китапханаһын утҡа тоталар. Алһыу павильонды, Һунарсы, Һөт йорттарын – ут нөктәләре, Вольерҙы – тимерлек, И.П. Мартостың “Ата-әсәләргә һәйкәл”ен һәм “Мавзолей” скульптура төркөмдәрен сәп итеп файҙаланалар. Парктағы скульптураларҙың бер өлөшөн дошман үҙ иленә оҙата, ҡалғанын ҡыйрата. Күперҙәрҙе, ҡоймаларҙы, эскәмйәләрҙе емерәләр. Паркта 70 меңгә яҡын ағас киҫелә. Аҡсалата сағылышта ҡыйратылған, яндырылған, таланған әйберҙәрҙең күләме 3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Гатчино һарайына фашистар үрт һала. Ленинградта иһә артиллерия утынан һәм бомбаға тотоуҙан Ҡышҡы һарай, Адмиралтейство бинаһы, Рус музейы, элекке Сенат һәм Синод, Таврида һарайы, Тау институты, Павел полкының әүәлге казармалары, Инженерлыҡ (Михайлов) һарайы хараба хәлендә ҡала.
Петропавловск ҡәлғәһе, элекке Дәүләт банкы, Баш почтамт, Елагин һарайы, Ҡунаҡһарай, Исаакий соборы, Художество академияһының китапханаһы, университет, Фәндәр академияһының ғилми учреждениелары һәм башҡа уникаль биналар зарар күрә.
А.С. Пушкиндың Михайловское ауылындағы усадьбаһы, Святогорск монастырындағы ҡәбере, дуҫтары Осипов-Вульфтарҙың биләмәһе булған Тригорское, шулай уҡ Воронич ҡаласығы һәм ауылы 1922 йылда уҡ Совет Хөкүмәте тарафынан дәүләт ҡурсаулығы тип иғлан ителгән. Халыҡ был ерҙәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Һуңыраҡ, 1936 йылда, ҡурсаулыҡҡа Святогорск монастыры, А.С. Пуш­киндың туғандары Ганнибалдарҙың имениеһы булған Петровское, Савкино ҡаласығы ҡушыла. 1943 йылдың көҙөндә оккупация осоронда фашистар биләмәләге барлыҡ хазинаны машиналарға тейәп, Германияға юллана.
1944 йылдың февралендә Михайловское ауылы хәрби объектҡа әүерелә. Паркта немецтар траншея ҡаҙый, нығытмалар ҡора. Ҡайын һәм ҡарағай аллеяларын киҫеп, юлдарға өйәләр, Тригорское усадьбаһындағы боронғо паркка мина һалалар. Святогорск монастыры бомбаға тотола, төп сиркәү – Успение соборы – ике тапҡыр шартлатыла.
Бөйөк шағирҙың ҡәберен гитлерсылар сүп-сар өйөмөнә әүерелдерә, ҡоймаларын, уға илткән баҫҡыстарҙы емерә, сигенгәндә ҡәбергә мина һала.
П.И. Чайковскийҙың йорт-музейын баҫып алған фашистар данлыҡлы композиторҙың ҡулъяҙма­ларын, музей китапханаһындағы китаптарҙы, ноталарҙы, гравюраларҙы, йыһазды мейескә яға. Бай архивы, әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары, хаттары һаҡланған бүлмәне немец илбаҫарҙары оҫтаханаға әүерелдерә, кабинетында – казарма, музейҙың алғы яғында мотоциклдар өсөн гараж аса. П.И. Чайковскийҙың бюсын урамға сығарып ташлайҙар, Глинканың, Глазуновтың, Рубинштейндың бюстарын ваталар. “Ҡарға дама”, “Черевичкалар” операларына һәм “Аҡҡош күле” балетына декорациялар макеты ҡыйратыла, композитор С.И. Танеевтың пианиноһы, Чайковскийҙың итальян рәссамы төшөргән портреты, гравюраларҙың бер өлөшө, китаптар, ноталар үҙләштерелә.
Ясная Полянала бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстойҙың йортон гитлерсылар итек оҫтаханаһы һәм казарма итеп файҙалана. Йорт йыһаздарын емерәләр, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, экспонаттарҙы урлайҙар. Әҙәби музейҙа иһә госпиталь ойошторола. Яҙыусының әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, китаптары яндырыла, күп кенә картиналары үҙләштерелә.
Спас-Лутовиново ауылында И.С. Тургеневтың йорт-музейы етди зыян күрә. Илбаҫарҙар яҙыу­сының бюсын ҡыйрата, боронғо йыһазды мейескә яғып, бинаны йылыта, баҡсалағы ағастарҙы ҡырҡа. Сигенгәндә лә немец һалдаттары вәхшилеген дауам итә: мәктәпте шартлата, бөтә ауылға үрт һала.
Ғүмеренең байтаҡ йылдарын рус рәссамы И.Е. Репин “Пенаты” усадьбаһында үткәргән. Уның ҡәбере лә ошонда. Рәссам вафат булғас, йортонда музей асылған. Фашистар был биләмәне баҫып алыу менән йорт-музейҙы яндыра, экспонаттарҙы үҙләштерә. Эвакуация осоронда ҡотҡарып ҡала алмаған ҡиммәтле китаптар ҙа, башҡа мөлкәт тә эҙһеҙ юғала.
Гитлер ғәскәре Таганрогта А.П. Чеховтың, Тихвиндағы Н.А. Римский-Корсаковтың, Калугалағы А.Э. Циолковскийҙың йорттарын да юҡ итә. Немецтар баҫып алған биләмәләрҙә 44 мең театр, клуб, ҡыҙыл мөйөш, 82 мең башланғыс һәм урта мәктәп емерелә, 334 юғары уҡыу йорто талана. Ҡиммәтле ҡулъяҙмалар, китаптар, библиографик мәғлүмәттәр һаҡланған китапханалар зыян күрә. Оккупация ваҡытында күмәк китапханаларҙан 100 миллиондан ашыу китап урлана һәм яндырыла.
Рәсәйҙә генә (Мәскәү һәм Ленинград өлкәләренән тыш) гитлерсылар 8 меңдән ашыу клубҡа, мәҙәниәт һәм уҡыу йорттарына зыян килтерә. Сталинград, Курск һәм дошман ваҡытлыса баҫып алған башҡа ҙур ҡалаларҙағы мәҙәни-мәғрифәт учреждениелары емереклектәр хәлендә ҡала. Ростов ҡалаһында һәм өлкәһендә тыуған яҡты өйрәнеү, Революция музейҙары, Горький исемендәге, Музыкаль комедия, Балалар театрҙары, кинотеатрҙар, бөтә район һәм ауыл китапханалары емерелә, 200 мең баҫма, шул иҫәптән сит телдә яҙылған 60 мең китап, 40 мең берәмек гәзит-журнал, СССР халыҡтарының 80 телендәге 120 мең китап яндырыла. Төбәкте өйрәнеүгә һәм белешмәләргә ҡағылған, шулай уҡ техник китаптар Германияға оҙатыла. Воронежда фашистар өлкә, ҡала һәм 33 ауыл китапханаһын хараба хәлендә ҡалдыра.
1943 йылда Смоленскиҙа юлды тигеҙләү өсөн ваҡ таш кәрәк булғас, гитлерсылар мәктәп бинаһын шартлата. Ҡаланан сигенгәндә лә улар барлыҡ китапханаларҙы ҡыйратыуын дауам итә.
Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында, Сталинград, Воронеж, Ростов, Курск өлкәләрендә, Төньяҡ Кавказдағы ҡайһы бер автономиялы республикаларҙа һәм өлкәләрҙә һуғышҡа тиклем 9 011 китапхана эшләһә, 1943 йылда улар 1 113 ҡалған, ә 2 309 киноҡулайламаһынан – ни бары 341.
Ленинград китапханаларына миллиондарса һумлыҡ зыян килтерелә. Октябрь революцияһы архивында дошмандың профсоюз китапханаларына килтергән зыян күләме хаҡындағы акттар һаҡлана. Ул документтарҙа Ижора, “Красный треугольник”, механика заводтарының, С.М. Киров исемендәге мәҙәниәт һарайының, Володарский һәм Ленин исемендәге мәҙәниәт йорттарының китапханалары телгә алына. С.М. Киров исемендәге Ленинград дәүләт академия опера һәм балет театры бинаһына 19 артиллерия снаряды эләгә. Пушкин исемендәге дәүләт академия драма театрына төшкән авиабомбанан бик күп декорациялар янып юҡҡа сыға.
1941 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙәге Евгений Вахтангов исемендәге театр бинаһына дошман фугас бомбаһы ташлай. Шулай уҡ Дәүләт академия бәләкәй театры, Горький исемендәге МХАТ ҙур зыян күрә. Новгород театрҙары ла, Мәскәү, Ленинград, Киев, Ростов, Сталинград, Краснодар, Калуга, Воронеж, Орел, Калинин, Тула, Одесса, Ялта филармониялары ла ошондай уҡ аяныслы яҙмышҡа дусар ителә.
Ростов өлкәһендә драма, музыкаль комедия, йәш тамашасы театрҙары, уҡыу йорттары гитлерсылар ҡулынан һәләк була. Ялта, Пятигорск театрҙары яндырыла. Калинин өлкәһендәге мәҙә­ниәт учреждениелары 24 миллион, Смоленскиҙа – 11 миллион, Тулала 7 миллион һумлыҡ зыян күрә.




Вернуться назад