Аҙан тауышы яңғыраясаҡ17.06.2016
Дәүләкән районының Алға ауылында тиҙҙән мәсет һалына башлаясаҡ. Әле тейешле биләмә бүленгән, ағас бинаның проекты эшләнгән.
Алға ауыл Советы башлығы Марсель Дәүләтбаев әйтеүенсә, иман йорто ауыл уртаһында, хакимиәт бинаһы эргәһендә, урынлашасаҡ. Мәсет урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар аҡсаһына төҙөлә. Әле 150 мең һум самаһы йыйылған.
— Ауылыбыҙҙа 320-гә яҡын кеше йәшәй. Бер ваҡытта ла мәсет булманы, — ти башлыҡ. — Уны үҙ көсөбөҙ менән һаласаҡбыҙ. Ағас ҡырҡып, бура бураусылар беҙҙә етерлек. Үҙенсәлекле мәҙәни үҙәккә әүереләсәк иман йорто ауылыбыҙға, һис шикһеҙ, йәм өҫтәйәсәк.