Тыңлауы үҙе бер кинәнес17.06.2016
Тыңлауы үҙе бер кинәнес Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, башҡорт операһы солисы Диләрә Иҙрисова Германияла үткән Халыҡ-ара Гендель фестивалендә ҡатнашты. Ул Генделдең “Сципион” операһында Армира ролен башҡарҙы. Әйткәндәй, 2015 йылда Диләрә “Алессандро” операһын ҡуйыуҙа ҡатнашҡайны инде.


“Ул шундай гүзәл зат! Ҡарап тороу ҙа, тыңлау ҙа кинәнес. Тауышы — йомшаҡ, колоратураһы яҡшы. Сәхнәлә үҙен тота белә. Сибәр Армира образын бөтә нескәле­гендә асып бирҙе”, — тип яҙған яҡташыбыҙ хаҡында тамашасы Наталья Антонова.
Спектаклде “Парнассус” компанияһы етәкселегендәге халыҡ-ара ижади төркөм ҡуйған. Музыкаль етәксеһе — дирижер Жорж Петру. Репетициялар Грецияның Афина ҡалаһында үткән.
Гендель йәмғиәте фестивалде композиторҙың тыуған ерендә 1922 йылдан ойоштора. Йыл һайын уға бөтә донъянан ижади коллективтар йыйыла.






Вернуться назад