Маңҡорттоң киләсәге юҡ17.06.2016
Шәжәрә башҡорттар араһында таралған яҙма сығанаҡтарҙың боронғоһо һанала. Уларҙа башҡорт тарихының мөһим мәғлүмәттәре сағыла. Шәжәрәлә, ғәҙәттә, айырым ырыу тарихы ентекләп бирелә. Һәр башҡорт затының үҙенең шәжәрәһен яҙыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың эстәлеген дөйөмләштергәндә, тотош ил буйынса хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереү мөмкинлеге тыуа.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ошо рухи мираҫҡа иғтибарҙың дәүләт кимәлендә артыуы айырыуса ҡыуандыра. Хәҙер бик күптәр шәжәрәһен тергеҙергә, ырыу ағасындағы быуындар бәйләнешен ентекләберәк асыҡларға тырыша. Был – бик ыңғай ынтылыш. Өлкән быуын ғына түгел, йәштәребеҙ ҙә шәжәрәгә иғтибарын һәм ихтирамын арттыра. Улар ата-бабаһы тураһында мәғлүмәт туплай, нәҫелен барлай.
Һуңғы йылдарҙа йәш быуынды туған халҡының рухи мираҫына ылыҡтырыу, үҙ ғаиләһенең һәм тоҡомоноң тарихын өйрәнеү, тыуған яҡ һәм уның хаҡындағы китаптар менән ҡыҙыҡһындырыу, ололау тойғоһо тәрбиәләү өсөн китапханала төрлө саралар даими үткәрелеп тора. Күптән түгел үткән «Шәжәрә – башҡорт халҡының тарихи ҡомартҡыһы» тигән сараға мәктәп уҡыусылары саҡырылды. Шәжәрә төҙөүҙе нимәнән башларға? Эштә ниндәй сығанаҡтарға таянырға, ниндәй архивтарға мөрәжәғәт итергә? Бына ошо һорауҙарға яуап бирергә тырыштыҡ был кисәлә.
Нәҫел ебен барларға теләгән кеше республика архивына мөрәжәғәт итерҙән алда туғандарынан һорашып белешергә, урындағы архивтарҙа мәғлүмәт тупларға тейеш. Шунан һуң ғына киңерәк планда эш башлана. Шәжәрәне юллағанда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ундағы документтарҙа ата-бабаларыбыҙҙың кем булыуы, кемгә нәҫел икәнлеге теркәлгән, өҫтәүенә уларҙың шәхесе, ни менән шөғөлләнеүе, шул заманда ниндәй урын биләүе, холҡо, иле өсөн күрһәткән хеҙмәте лә билдәләнгән.
Элек-электән үҙенең ырыу тамғаһын, ағасын, ҡошон, оранын белгән, ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын хөрмәт иткән, нәҫел-нәсәбенең шөғөлөн, кәсебен дауам иткән кеше абруйлы булған. Ырыу тамырҙарын белмәгән, ата-бабаларының изге рухы менән һуғарылмаған әҙәмдең йәмғиәттә үҙен ышанысһыҙ тотоуы, сит йоғонтоға тиҙ бирелеүе һәр кемгә мәғлүм. Эйе, тарихын хөрмәт итмәгән, ата-бабанан ҡалған ғөрөф-ғәҙәтте белмәгәндәрҙең киләсәге юҡ. Күренекле яҙыусы Сыңғыҙ Айытматов ундайҙарҙы бер генә исем менән атаған – маңҡорт.
Тарихи тамырҙарыбыҙҙы һаҡлаған шәжәрәләребеҙҙе тоғро дауам итергә кәрәк. Кеше үҙ халҡының, тыуған иленең тарихын ни тиклем төплөрәк белһә, тамырҙарын тәрәнерәк һәм ентеклерәк күҙаллаһа, уның милли аң кимәле, төрлө халыҡ вәкилдәре араһында бәҫе лә юғарыраҡ була. Тыуған яҡ тарихына бәйле халыҡ йырҙарын, үҙ ырыуың тарихын, ауылыңдың батырҙарын, арҙаҡлы шәхестәрен белергә, улар тураһында мәғлүмәт тупларға кәрәк.
Тыуған төйәгебеҙҙәге һәр ер-һыу, ауыл-ара, ырыу атамалары оло тарих һаҡлай, һәр ҡайһыһы – тәрбиә сығанағы. Йылдар үтеү менән кешенең донъяға ҡарашы ла үҙгәрә. Ләкин үҙеңдең сығышыңды, ата-бабаларыңдың кем икәнлеген белеү бер ҡасан да мөһимлеген юғалтмай. Сарала ҡатнашҡан һәр уҡыусы үҙендә ошо бурысты тойоп, яңы маҡсаттар менән таралышты.