Ғаиләңдә ниндәй ҡомартҡы һаҡлана?17.06.2016
Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге 6-сы башҡорт гимназияһының VI класс уҡыусыһы “Ғаиләм ҡомартҡыһы” төбәк-ара ижади проекттар конкурсында еңеп сыҡты. Саадат Ғәлимованың эше “Мультимедиа ярҙамында таныштырыу” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Уға конкурстың дипломы һәм статуэтка тапшырылды. Тантана “Мин — Патриот” төбәк йәмәғәт ойошмаһы офисында үтте.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арналған уҡыусыларҙың, студент­тарҙың һәм йәштәрҙең IV “Ғаиләм ҡомартҡыһы” төбәк-ара ижади проекттар конкурсы Мәскәү ҡалаһының “Офицерҙар клубы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк музейы тарафынан ойошторолдо.
Күләмле бәйгене ике этапта үткәрҙеләр. Ситтән тороп ҡатнашыу этабы быйыл 4 апрелгә тиклем ил төбәктәрендә уҙғарылды. Финал этабы иһә Үҙәк музейҙа үтте. Проектта 18 төбәк ҡатнашты. Конкурс ҡағиҙәләренә ярашлы, 7—30 йәштәге көс һынашыу­сыларҙың иң яҡшы туғыҙ ижади эше һайлап алынып, финалда ҡатнашыу өсөн үҙәк ойоштороу комитетына ебәрелде. Ғаиләләрҙең тарихы, ғаилә ҡомартҡыһы Беренсе донъя һуғы­шында, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл эшсәндәре тураһындағы ижади һәм тикшеренеү эштәре йәштәрҙең тарих менән ҡыҙыҡһыныуын сағыл­дыра. Улар үҙҙәре өсөн ғаилә биографияһының әлегә тиклем билдәһеҙ булған өр-яңы биттәрен аса, туғандары, яҡташтары хаҡында файҙалы мәғлүмәтте үҙләштерә.
Конкурстың төбәк этабында иң яҡшы эштәрҙең авторҙарына “Мин — Патриот” төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәхмәт хаттары тапшырылды.





Вернуться назад