Ураҙа – Аллаһ дауаһы17.06.2016
Ихтыяр көсөн нығытып,
Тотайыҡ беҙ ураҙа.
Аллаһ ризалығы менән
Йәнебеҙ булыр таҙа.
Боҙоҡ, ялған һөйләмәйек –
Сауабы уның булмаҫ,
Яманлыҡ ҡылғандарға
Яҡшылыҡтар яҙылмаҫ.
Изгелектәр ҡылған һайын
Булыр әжер-сауабы.
Төрлө һынауҙар алдында
Әҙер булыр яуабы.
Ураҙала етемдәрҙе,
Фәҡирҙәрҙе уйлайыҡ,
Зәғифтәргә, мохтаждарға
Мәрхәмәтле булайыҡ.
Ураҙа – Аллаһ дауаһы,
Йәнебеҙ торор таҙа.
Тәнгә бирһәңсе бәрәкәт,
Рамаҙанда ураҙа.
Рамаҙан – ул Ҡөрьән айы,
Рамаҙан рухты паклай.
Тотайыҡ беҙ ураҙаны –
Рамаҙан шәриф – изге ай.