Лаҡлының затлы ҡыҙы17.06.2016
Физә өсөн барыһы ла Лаҡлыла башлана. Ошонда – кендек ҡаны тамған ерҙә – тәпәй баҫа, тәү тапҡыр әсәй, атай тип өндәшә, өләсәй-олатайҙарының доға ҡылғанын, намаҙ уҡығанын күҙәтә... Әле иһә Малаяҙҙа йәшәй ул. Донъяның сөсөһө менән бергә әсеһен дә күп күрергә тура килһә лә, тормошонан ҡәнәғәт.
Ханымдың сигеп эшләнгән күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәренә ҡараһаң, күңелдә ”Ҡайҙан бирелә һуң әҙәм балаһына бындай оҫталыҡ?” тигән һорау тыуа. Физә Мөхәммәтйәнова үҙе ғүмер буйы хисапсы булып эшләгән икән.
– Тормош юлымда гел яҡшы кешеләр тап булды, – тип һөйөнә ул. – Әле лә ауылдаштарым: “Нихәл, Физә апай?” – тип хәлемде белешеп кенә тора. Туғандарым күп, ярҙамсылдар. Әлеге сигеү эшенә нисек тотоноуыма килгәндә, тиҫтә йылдар элек ҡустым Илшаттың ҡатыны, киленем Зөлфиә: “Хаҡлы ялға сыҡҡас, бәғзе кешеләр ни менән шөғөлләнергә белмәй баҙап ҡала. Шуға алдан уҡ үҙеңә ниндәйҙер кәсеп табырға кәрәк”, – тине. Ысынлап та, буш ваҡытты нисек үткәрермен?
Киленем сигеү менән шөғөлләнергә тәҡдим итте. Әйткәндәй, ул үҙе лә, ҡустым да – рәссамдар. Миңә сигеү өлгөләре алып килделәр. Шунан алып “энәгә ултырҙым”. Был эш шул ҡәҙәр ҡыҙыҡлы: бер тотонһаң, туҡтап булмай. Тәүҙә рәсем төшөрәм, унан өҫтөнән сигеп сығам. Ижад эштәремде ҡустым Илшат матур итеп рамға ҡуйып бирә.
Физә Наил ҡыҙы әйтеүенсә, әлеге шөғөл өсөн ҙур түҙемлек кәрәк. Ә был һыҙат Аллаһ Тәғәләгә ышанған, мәсеткә йөрөгән, гелән хәйер биреп торған иманлы ҡатынға электән хас. Уның ижад эштәре араһында “Ҡолшәриф”, “Ләлә” мәсеттәре лә сағылыш тапҡан. Дөйөм алғанда, ҡул оҫтаһының сигелгән картиналары йөҙгә еткән.
– Һорағандарға һатаһығыҙҙыр, моғайын? – тим.
– Юҡ, бүләк итәм.
Физә Наил ҡыҙының эштәре район күргәҙмәләренә ҡуйыла, һабантуйҙарҙы биҙәй. Оҫта әхирәттәрен, күршеләрен дә сигергә ихлас өйрәтә. Малаяҙ ҡатын-ҡыҙҙары, күмәкләп китапханаға йыйылып, ҡул эштәре буйынса тәжрибә уртаҡлаша, сигеп, бәйләп, шул ыңғайға һөйләшеп, серләшеп ултырырға ярата.
– Нәҫелегеҙҙә ҡул оҫталары булғанмы? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Әсәйем таҫтамал сигә торғайны, – тип моңһоуланып яуап бирҙе Физә Наил ҡыҙы. – Уның ҡул эштәрен ҡәҙерләп һаҡлайым. Ғөмүмән, һәр эшкә күңел биреп тотонорға кәрәк. Шул саҡта ғына юғары маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин. Яратып башҡарған хеҙмәт күңелгә көс, дәрт бирә, йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Шуға ла һәр кемдең, айырыуса хаҡлы ялдағыларҙың, ниндәйҙер шөғөлө булырға тейеш.
Ә былай, ниндәй генә хәл булмаһын, Аллаһ Тәғәләгә һыйынам. Уға барыһы өсөн дә рәхмәт уҡыйым.