Үҙҙәрен хәстәрләйҙәр15.03.2012
Йылдың тәүге айында төбәгебеҙҙең 10 мең 930 кешеһе пенсияһының тупланма өлөшөн арттырырға теләк белдергән. Ә пенсияның тупланма өлөшөн өҫтәмә арттырыу буйынса дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостандың 210 мең кешеһе киләсәген алдан хәстәрләгән.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, программала ҡатнашыусылар күсергән аҡсаның дөйөм күләме — 350 миллион һум. Быйыл ғына ла ошо маҡсатҡа 13 миллион һумдан ашыу ирекле иғәнә йүнәлтелгән.
Ҡартлыҡ көнөн күбеһенсә 40-тан алып 60 йәшкә тиклемгеләр хәстәрләй. Улар индергән иғәнә дөйөм сумманың 63 процентын тәшкил итә, ә 35 проценты — 20-нән алып 40 йәшкә тиклемге граждандарҙыҡы. Үҙҙәренең хаҡлы ялдағы тормошон ҡайғыртыуҙа ҡатын-ҡыҙ әүҙемерәк, йәғни түләүҙәрҙең 59 проценты — уларҙың өлөшө. Былтыр республиканың 49 эш биреүсеһе хеҙмәткәрҙәренең файҙаһына 2 миллион һумдан ашыу өҫтәмә аҡса күсергән.
Дәүләт пенсия тупланмаһын финанслау программаһы буйынса теләгән һәр кем пенсияһының күләмен арттырыу мөмкинлегенә эйә. Ә дәүләт ярҙамы йылына 12 мең һумдан артмай.
2012 йылдың 1 июленән башлап закон буйынса пенсияһының тупланма өлөшөн алыуға хоҡуҡлы пенсионерҙар пенсия тупланмаларының тейешле өлөшөн ала аласаҡ. Был сараны Пенсия фонды ла, дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары ла атҡарасаҡ. Өҫтәмә страховка иғәнәһен күсереү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыныусылар ошо хаҡта Пенсия фондының Башҡортостандағы сайтында таныша ала.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад