Балалар ял итә, һаулығын нығыта, һәләтен үҫтерә17.06.2016
Балалар ял итә, һаулығын нығыта,  һәләтен үҫтерә Йыл башынан Башҡортостанда 14 меңдән ашыу бала тыуған.
Былтыр 59 меңдән ашыу сабый донъяға килгән, тип хәбәр иттеләр беҙгә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.


Статистар республикала тыуым кимәле һәм мәғариф тармағының үҫеше тураһында мәғлүмәттәрҙе тик­шергән. Бөгөн төбәктә 1333 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 210 филиал хоҡуғына эйә булған ойошма һәм мәктәп­тәрҙә 453 мәктәпкәсә тәрбиә биреү төркөмө эшләй.
2016 йыл башына 233,8 мең сабый балалар баҡсаһына йөрө­гән. Һуңғы йыл­да уларҙың һаны 10,2 меңгә арт­ҡан. 2015/2016 уҡыу йылында иһә республикала 1369 дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 709 филиал хоҡуғына эйә булған ойошма эшләй. Уларҙа 441,8 мең кеше уҡый.
Мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә алып барыла. Бынан тыш, мордва, немец, украин, белорус, латыш телдәре предмет булараҡ өйрәнелә. Йәкшәмбе мәктәп­тәрендә поляк, әрмән һәм йәһүд телдәренән дәрестәр инә.
Балалар ижады студиялары, спорт мәктәптәре һәм клубтары, художество мәктәптәре һәм башҡа учреждениелар эшләй. Спорт мәктәптәре һәм клубтарында 76,2 мең бала шөғөл­ләнә. Музыка, художество һәм сәнғәт мәктәптә­ренә 39,7 мең бала йөрөгән.
Башҡортостанда йәйге каникул ва­ҡытында уҡыусылар­ҙы һауыҡтырыуға һәм уларҙы реабилитациялауға ҙур иғ­тибар бүленә. “Башҡортос­танстат” мәғлүмәттә­ре буйынса, йыл һайын өс меңгә яҡын һауыҡ­тырыу лагеры асыла, унда һәр икенсе мәктәп уҡыусыһы ял итә.





Вернуться назад