Гәрәйҙәрҙең ғәййәрлеген раҫлап17.06.2016
Гәрәйҙәрҙең ғәййәрлеген  раҫлап Аҫабалыҡ – мәғлүмәттәрҙә

Билдәле тарихсы һәм журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллин етәкселеген­дәге ғалимдар төркөмө нәшер иткән “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серияһының “Гәрәй” тип исем­ләнгән II томында Яңы Әшит хаҡында шундай мәғлүмәттәр бар: 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа бында 100 башҡорт йәшәүе асыҡланһа, 1870 йылда милләттәштәребеҙ 243-кә, 1917 йылда 367-гә еткән. Ауылда, күп ерҙәгесә, 1920 йылда кешеләр кәмеп, 324-кә ҡалған.
XX быуаттың икенсе яртыһын­да был яҡта тәү сиратта нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлауға һәм Нефтекама ҡала­һына нигеҙ һалыуға бәйле ауыл халҡы кәмеүгә табан бара. 1961 йылда баҫылған “Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше” исемле белешмә-китапта шул йылдың 1 ғинуарына ауылда 272 кеше йәшәй тип күрһәтелһә, был баҫманың 1981 йылғы сығарылышында ни бары 82 башҡорт барлығы әйтелгән.
Кәлтәй ауыл Советы хаки­миә­те мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Яңы Әшиттәге 40 йортта 70 милләттәшебеҙ көн күрә. Улар­ҙың шәхси хужалығында 45 баш һыйыр малы, дүрт ат, йөҙҙән ашыу һарыҡ аҫрала. Халыҡ шулай уҡ күпләп умарта тота, ҡош-ҡорт үрсетә. Совет осоронда ауылда башланғыс мәктәп бул­ған, хәҙер иһә социаль объект­тарҙан фельдшер пункты ғына эшләй. Ҡасандыр төрлө сәбәп менән ситкә киткәндәрҙең, хаҡлы ялға сыҡҡас, ата-бабаһы ниге­ҙенә ҡайтып төпләнеүе, заманса йорттар һалып, донъя ауырлыҡ­тарына бирешмәй йәшәүе күңел­дәрҙә ауылдың яҡты киләсәгенә ҙур ышаныс уята.

Халыҡҡа кем хәреф танытҡан?


Гәрәйҙәрҙең ғәййәрлеген  раҫлапТиҙҙән 88 йәшен тултырасаҡ Сажиҙә Ғилмуллина – ауылдағы иң өлкән һәм хөрмәтле ағинәй. Ветеранды хаҡлы рәүештә бар­лыҡ Әшит халҡының уҡытыусыһы тиергә лә була: 1938 йылдан һуң тыуғандарҙың күбеһе унда белем алған. Башланғыс мәктәптә дүрт тиҫтә йыл эшләгән педагог.
Сажиҙә инәй 12 балалы ҙур ғаиләлә үҫкән, өс малай һәм туғыҙ ҡыҙ араһында ун беренсеһе бул­ған. Ауыл мәсетендә мәзин вази­фаһын атҡарған атаһы уйҙырма ғәйеп менән ун йылға хөкөм ителеп, күпмелер ваҡыт завод төҙө­лөшөндә эшләгәндән һуң, 1943 йылда атып үлтерелгән. Ағайҙа­рының өсөһө лә Бөйөк Ватан һуғышына алынып, ил азатлығы өсөн башын һалған.
– Яҙмышым шулай булғандыр инде, – тип хәтер йомғағын һүтте педагогик хеҙмәт ветераны. – 1942 йылда мине, ете класты тамамлаған 14 йәшлек үҫмер ҡыҙҙы, өлкәнерәк апайҙар рәтен­дә ылау менән Николо-Березов­калағы пристангә фронт өсөн иген илтергә ебәрҙеләр. Унда бер ағайымдың ғаиләһе йәшәй ине. Еңгәм, мине йәлләп, үҙҙә­рен­дә алып ҡалды. Ул заманда Николо-Березовкала педагогия училищеһы бар ине. Шунда баш­ланғыс класс уҡытыусыһы һөнә­рен үҙләштереп, 1946 йылда тыуған ауылым мәктәбендә эш башланым...
Артабан Сажиҙә ете йыл хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан ауылдашы Шәйехйән менән яҙмышын бәйләй. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн I дә­рәжә Ватан һуғышы орденына, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа ми­ҙалдарға лайыҡ ир-уҙаман донъя көтөүгә дәртле, тырыш була. Ғаи­лә дәүер ауырлыҡтарын бергәләп еңә. Дүрт малай һәм бер ҡыҙҙы, үҙҙәре өлгөһөндә уңған, эшһөйәр итеп тәрбиәләп, ҙур тормош юлына сығара Ғилмуллиндар. Бала­ларының барыһы ла халыҡ ара­һында абруй, ихтирам ҡаҙанған.
Ғаилә башлығы, “ҡорос ат”тар­ҙың бер нисә быуынын оҫта йү­гән­ләп, хаҡлы ялға сыҡҡансы туған ҡырҙарында икмәк үҫтерә. Үҙ хужалығында ғына түгел, район кимәлендә лә алдынғы механизатор булып таныла, бер килке бригадирлыҡ йөгөн дә тарта. Дөйөм эшкә бар булмышын арнағандарҙың күбеһенә лайыҡ­лы баһа булараҡ бирелгән награда ла – В.И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы “Маҡ­таулы хеҙмәт өсөн” миҙалы – күкрәгенә тағыла. 1987 йылда хаҡлы ялға сығып, ни бары ике йыл пенсия алғас, баҡыйлыҡҡа күсә.
Гәрәйҙәрҙең ғәййәрлеген  раҫлапШунан бирле яңғыҙ ғүмер кисерә Сажиҙә инәй. Тырыш хеҙмәте өсөн бирелгән бихисап маҡтау ҡағыҙҙарын, II дәрәжә “Әсәлек даны” орденын ҙур ғорурлыҡ менән һаҡлай. Сәлә­мәтлегенә зарланмай, әле һаман йорт-ҡура мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Нефтекамала йәшәгән балалары ял-байрамдарҙа ғаиләһе менән ҡайтып, атай нигеҙен күңелле тауыштарға күмә. Һигеҙ ейән-ейән­сәре һәм ун бүлә-бүләсә­ренең үҙ-ара татыу, туғансыл булып үҫеп килеүенә шатланып бөтә алмай ветеран.
Сажиҙә инәйҙең йәнә бер ҡыуанысы – уҡыусылары. Меңгә яҡын улар. Мәктәптә эш башла­ған тәүге йылдарҙағы уҡыусы­ларының ейәндәренә хәреф өйрәтеп хаҡлы ялға сыҡҡан Сажиҙә Ғимаҙислам ҡыҙы. Ул ғына түгел, сәхнәгә ғашиҡ төрлө һөнәр һәм быуын вәкилен туп­лаған үҙешмәкәр драма түңәрә­генә лә оҙаҡ етәкселек иткән. Бөтөн йәмәғәт эштәренең урта­һында ҡайнаған. Һөҙөмтәлә ҙур абруй, хөрмәт ҡаҙанған педагогты һәр байрамда йылы ҡотлауҙарға күмәләр, ситтән ҡайтҡандар мотлаҡ уның хәлен белергә инеп сыға.

Йәйәүләп тә өлгөрә


Һәр ауылда иң кәрәкле һөнәр эйәләренең береһе шәфҡәт туташы икәнен бер кем дә инҡар итмәҫ. Түбәнге Тиктәм, Гәрәй һәм Яңы Әшит халҡы һаулығын өс тиҫтә йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған Лилиә Ғәниева ҡайғырта. Уны эш урынында тап иттек.
– Тыумышым менән Яңы Әшиттәнмен, – тип бәйән итте Лилиә Мәғәфүрйән ҡыҙы. – Сарапул ҡалаһындағы медицина училищеһын тамамланым. Йү­нәлтмә буйынса ике йыл ундағы стоматология, артабан Нефтека­малағы балалар поликлиника­һында эшләнем. Декрет ялында саҡта “ваҡытлыса ғына” тип фельдшер пунктына саҡырған­дарына ризалаш­ҡайным, бында ҡалдым да ҡуйҙым. Инде 21 йыл да үтеп китте...
Һайлаған һөнәренә тоғро, эшен мөкиббән яратҡан кешегә шулай көндәр түгел, йылдар уҙғаны ла һиҙелмәйҙер ул. Лилиә Мәғәфүрйән ҡыҙының төрлө йәштәге ауылдаштары, бигерәк тә өлкәндәр менән нисек ара­лашҡанын күреп, ҙур хөрмәт һәм ихтирамға лайыҡлығына инана­һың. Шәфҡәт туташы хаҡында йылы һүҙҙәр башҡа ауылдарҙа ла ишетелде. “Күңеле лә аҡ бит уның!” – тиҙәр.
Гәрәйҙәрҙең ғәййәрлеген  раҫлапФельдшер хеҙмәтләндергән өс ауылда 275 кеше йәшәй, шуларҙың 54-е – балалар, хаҡлы ялдағы 70 кеше араһынан алты тиҫтәгә яҡыны – II һәм III төркөм инвалидтары. Лилиә ауылдарға йәйәүләп йөрөүгә күптән күнеккән, быны ғәҙәти эш тип ҡабул итә. Мохтаждарҙың береһе лә кәрәкле ярҙамһыҙ, тәғәйен дауаһыҙ, дарыуһыҙ ҡалғаны юҡ. Шәфҡәт туташы пациентында ниндәйҙер сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән уны тиҙ арала Күтәрәмдәге участка йәки Ҡалтасылағы район дауаханаһына ебәреү хәстәр­леген дә күрә. Шәхси йорт-ихаталарҙың санитар торошон тикшерергә лә ваҡыт таба. Ҡыҫҡаһы, вазифа бурыстарын күңел биреп, еренә еткереп үтәй. Биш балалы ғаиләлә, ата-әсәһе өлгөһөндә йәштән бөтөн төр эшкә өйрәнеп үҫкән кеше башҡаса булдыра ла алмайҙыр ул!
Шәфҡәт туташы һөнәрен дә ул аңлы рәүештә һайлаған. Йыр-моңға маһир, гармунда өҙҙөрөп уйнаған, бар булмышы менән әүҙем йәмәғәтсе ҡыҙҙың башҡа­ларға шәфҡәтлек ҡылыуҙы тормош маҡсаты итеүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Эшмәкәрлектең башҡа төрөн һайлаһа ла, шундай уҡ тырышлыҡ һалыр ине ул.
Өфөләге нефть институтын тамамлап, вахта ысулы менән алыҫ Себер тарафында эшләгән ире Ғәзим менән күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә ҡороп, гөрләтеп донъя көтә Лилиә. Ҡыҙҙары Нәфисә БДУ-ның Нефтекама филиалында диплом яҡларға әҙер­ләнһә, гел “бишле”гә уҡыған төп­сөктәре Рәфил VI класты тамам­лаған. Улдары һүрәт төшөрөргә ярата, әҙәбиәт, математика буйынса олимпиадаларҙа даими уңышҡа өлгәшә, халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең район бәйгеһендә III урын алған. Үҫмер шулай уҡ шәхси хужалыҡта ла күптән ҡул араһына ингән, ата-әсәһенең ныҡлы терәге. Алма ағасынан алыҫ төшмәй бит.

“Рәхмәтуллин
бит мин!”


Гәрәйҙәрҙең ғәййәрлеген  раҫлапҺуңғы сирек быуат арауы­ғын­да рухи ҡиммәттәребеҙ бер аҙ ситкә тайпылып киткән саҡта ла игенсе, механизатор һәм малсылар ҙур хөрмәткә лайыҡ булып ҡала килде. Яңы Әшиттә нәҡ шундай һөнәр эйәһе менән таныш­тыҡ. Ул – хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу булған элекке тракторсы Мәҡсүт бабай Рәхмәтул­лин. 84-се йәшен ҡыуған вете­рандың йорто тирәһендә үҫкән үләнде сабып йөрөгәнен һоҡла­нып ҡарап торҙом.
– Күп тиҫтерҙәрем кеүек ун йәшемдә колхоз эшенә сыҡтым. Ни эшләмәк кәрәк, һуғыш осоро ине бит, – тип һүҙ башланы Мәҡ­сүт Рәхмәтулла улы, аралашыуҙы өйөндә дауам итергә күндергәс. – Башта өлкәнерәк апайҙар менән Сумар ауылы яғындағы урмандан ағас сығарырға йөрө­нөм. Яҙғы баҫыу эштәре баш­ланғас, ул ҡатындарҙың икәүһе – Вәфиә менән Кәримә апай – тәгәрмәсле тракторға ултырҙы. Тырышлығым оҡшағандыр инде үҙҙәренә: ярҙамлашырға гел мине саҡыра торғайнылар, бөтөн бел­гән­дәрен өйрәттеләр. Техникаға ылығыуым шунан башланды. Колхозға сылбырлы “НАТИ” тракторы килтерелгәс, уны миңә бирҙеләр – үҙаллы эшләп алдым да киттем...
Йәше еткәс, әрмегә алына егет. Алыҫ Якутияла хеҙмәт итә. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән­лектән, шунда ҡалырға ныҡ өгөтләһәләр ҙә, ризалашмай. 1958 йылда туған ҡырҙарында яңынан эш башлап, 1993 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы тракторҙан төшмәй. Унан әҙерәк ферма мөдире вазифаһын да башҡара. Ләкин был эштә оҙаҡҡа түҙмәй, тормош үҙгәрә башлаған осорҙа үҙенә “Беларусь” тракторы һатып алып, ауылдаштарына ер һөрөр­гә, бесән сабырға, утын ташырға ярҙамлаша башлай.
– Һәр эште яратып, күңел биреп башҡарҙым, – тип артабан бәйән итте Мәҡсүт бабай. – Бәрәңге ултыртыу буйынса районда оҙаҡ йылдар беренселекте алып килдем, һабантуйҙарҙа бүләкһеҙ ҡалдырмай торғайны­лар. Етәкселәрҙән дә, яҡташтар­ҙан да тик рәхмәт һүҙҙәре ишеттем. Рәхмәтуллин бит мин! Фами­лиямдың шулай булыуы юҡҡа түгелдер.
Ысынлап та, өлкән быуын вәкилдәре лә, йәшерәктәр ҙә алдынғы тракторсыны ҙур хөрмәт менән телгә алды. Күптәр уның ярҙамсыл, изге күңелле булыуын айырып билдәләне.
Гәрәйҙәрҙең ғәййәрлеген  раҫлапКүрше Краснокама районының Урал ауылында буй еткергән, 2002 йылда баҡыйлыҡҡа күскән ҡатыны Хәниә Мулланур ҡыҙы менән ике ул үҫтергән Мәҡсүт бабай. Фларис та, Илдар ҙа ғаиләле, Нефтекамала ғүмер итәләр. Ата-әсәһенә оҡшап ең һыҙғанып эшләйҙәр, күңеле тартҡан шөғөл менән мәшғүлдәр. Тыуған нигеҙҙәрен һыуытма­йын­са, аталары янына даими ҡайтып торалар.
Йәш сағында өҙҙөрөп гармунда уйнаған ветеран бөгөн дә әллә ни күңел төшөнкөлөгөнә бирел­мәй. “Ыһ” та итмәй үлән сабыуы ғына ла ни тора! Йортоноң тү­бәһен заманса материалға, тәҙ­рәләрен пластикка алмаштырт­ҡан, әле ҡоймаларын яңыртырға ниәтләй. Ғүмер буйы эшендә алдынғылыҡты бирмәгән ир-уҙаман бөгөн дә күптәргә үрнәк күрһәтеп йәшәй. Ҡартайырға һис тә ашыҡмай. Афарин, Мәҡсүт бабай!

Төйәген күтәрергә ҡайтҡандар

Заманында төрлө сәбәп менән сит тарафҡа киткәндәрҙең үҙ ауылына ҡайтып төпләнеү күренеше Яңы Әшиткә лә хас, тигәйнек. Сәфәр барышында ошондай ғаилә – ирле-ҡатынлы Нәжибә һәм Радик Шәмғуновтар менән танышырға насип итте.
Улар өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт Себер яғында йәшәгән. Ҡалтасы егете менән Ҡырмыҫҡалы һылыуы нәҡ шунда осрашҡан, яратышып өйләнешкән, улдар үҫтергән. Рөстәм менән Рәфис хәҙер инде Нижневартовск ҡалаһында үҙаллы донъя көтә, һайлаған тармағында уңышлы эшләй. Өлкән Шәмғуновтар – дүрт ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй.
Ғаилә башлығы Радик Рәшит улы 1977 йылда һөнәрселек училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай, унан инженер ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. Хәрби Көстәрҙең стратегик объекттарын төҙөүгә йәлеп ителгән егет бар яҡтан алдынғы була. Запасҡа ҡайтарылғас, әҙерәк тыуған яғында эшләп ала ла Себергә юллана. Унда ла башлыса үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт күрһәтә: илдең төрлө тарафындағы федераль автомобиль юлдарында күпер төҙөүҙә ҡатнаша.
– 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек барышында “Мәскәү – Сочи” трассаһында эшләү бәхете тейҙе, – тип ғорурлыҡ менән иҫкә алды Радик. – Яуаплы бурысты уңышлы атҡарып сыҡтыҡ.
Төҙөлөштә етерлек тәжрибә туплаған Радик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атай нигеҙе эргәһендә заманса йорт һалған. Өй көнкүреш шарттары, йәшәү өсөн уңайлы булыуы йәһәтенән ҡала фатирына алмаштырғыһыҙ. Эйе, ауыл тормошон һағынып ҡайтҡан Шәмғуновтар кинәнеп, егелеп тормош көтә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай улар, баҡсаларында йәшелсә һәм емеш-еләктең ниндәйе генә юҡ!
Хужабикә Нәжибә – Ҡырмыҫҡалы районының Алайғыр ауылынан. Сөгөлдөр үҫтереүҙәге уңыштары менән маҡтаулы колхозсы булып танылған Миңзифа Ҡотләхмәт ҡыҙы һәм хужалыҡтың алдынғы комбайнсыһы Нәжип Вәли улы Ғилмановтарҙың һигеҙ балалы ишле ғаиләһендә үҫкән. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп буй еткергән ҡыҙ ситтә лә һынатмаған, коллективта ҙур хөрмәт ҡаҙанған, бихисап маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Әлеге ауыл тормошо ла яҡын үҙенә: өйө бөхтә, хужалыҡ мәшәҡәттәрен еңел генә атҡарып сыға, иренә һәр яҡлап ярҙамсы. Бар ниәттәрен бергәләп ғәмәлгә ашыралар. Күңеле ятҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба Нәжибә: ырғаҡ менән бәйләгән ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
“Ауылды күтәрергә ҡайттыҡ”, – тине бер тауыштан Шәмғуновтар. Улар урындағы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. Мәҫәлән, яҙ “Ҡарға бутҡаһы” байрамын, аҙаҡ зыяратты тәртипкә килтереү, һабантуй үткәреүҙә әүҙем булғандар. Киләсәккә яңы маҡсаттар менән ғүмер итәләр.

Әшиттең Рәшитовтары

Яңы Әшит һәм гәрәй ырыуы башҡорттары тарихы менән күптән һәм ныҡлы ҡыҙыҡһыныусы тип Рәфит Хәмиҙулла улы Рәши­товты атанылар. Июнь аҙағында 79 йәшен тултырасаҡ ветеран тыуған төйәгенең үткәне, арҙаҡлы шәхестәре хаҡында тәьҫирләнеп бәйән итте.
Барлыҡ һуғыш осоро бала­ла­рыныҡы кеүек, уның да яҙмышы аяныслы һәм фәһемле. Зама­нының бөтә ауырлыҡтары өҫтөнә етемлек нужаһын да ныҡлы татый ул. Туғыҙ айлыҡ сағынан, әсәһенең вафатынан һуң, инәһе тәрбиәһендә үҫә. Колхозда бригадир булып эшләгән атаһы 1940 йылда Мәскәү метроһын төҙөүгә киткән ҡалтасылар сафын тулыландыра. 1941 йыл аҙағындағы бер хатында “Себендәр бик күп оса, иҫән ҡалып булырмы икән?” тигән юлдар була. Рәфит ағайҙың фаразлауынса, йәше илленән ашҡан атаһы халыҡ ополчениеһы составында баш ҡаланы дошмандан һаҡлауҙа ҡатнашҡан булырға тейеш. 1942 йыл башында ауыл Советына уның “ҡара ҡағыҙ”ы килә.
Аслы-туҡлы буй еткергән үҫмер ете класты тамамлай ҙа колхозға эшкә төшә: уға ат ҡарарға ҡушалар. Ваҡыты еткәс, армияға саҡырыла, унан ҡайтҡас, элекке хеҙмәтен дауам итә. Артабан тракторҙа, нефтселәрҙә эшләй. Урмансылар мәктәбендә белем алғас, тиҫтә йылдан ашыу тәбиғәт байлығын хәстәрләү бурысын атҡара. Һәр ерҙә намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙана, бихисап маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.
Һөйөклө ҡатыны Әлфиә Мө­хәмәтдин ҡыҙы менән ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер итәләр, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ул-ҡыҙҙарының барыһы ла тормошта үҙ юлын, урынын тапҡан. Өлкәндәре Хәмит – хәрби кеше, Афғанстандағы һуғышта ҡатнаш­ҡан, подполковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡҡан. Табип һөнә­рен һайлаған ҡатыны Гөлфизә – күрше Борай районы ҡыҙы. Ғаилә әле Тверь ҡалаһында йәшәй, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергәләп тыуған яғына йыш ҡайтып торалар.
Рәшитовтарҙың икенсе улы Хәлим дә – яугир-интернационалист, хәрби бурысын Аф­ған­станда үтәгән. Әле Нефтекама автомобиль заводында баш инженер урынбаҫары булып эшләй, ике малай атаһы. Балаларҙың өсөнсөһө Розалия ла яуаплы вазифа башҡара, ике ҡыҙ үҫтерә.
Халҡыбыҙҙа борондан килгән йолаға ярашлы тыуған ауылында төпләнгән төпсөк Булат һәм уның ғаиләһенә ентекләберәк туҡта­лырға кәрәктер. Уның менән тәүге тапҡыр өс йыл элек осраш­ҡайным. Район хакимиәтенең ул саҡтағы мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе, журналистарҙың ысын дуҫы Инна Тимерәева Булат Рәфит улын “биш телде бел­гән полиглот” тип таныштырҙы. Ысынлап та, төрлө сараларҙа үҙем шаһит булғаным бар: ир-уҙаман башҡорт һәм урыҫ телдәренән тыш, татарса, мариса, удмуртса иркен һөйләшә.
Тиҫтә йылдан ашыу Кәлтәй ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһын бөтөн күңелен биреп, уңышлы башҡара Булат. Был мәшәҡәтле, яуаплы хеҙмәтенә өҫтәп, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, күп милләтле, үҙенсәлекле Ҡалтасы­ла милли үҙаңды үҫтереү, рухи ҡиммәттәрҙе юғалтмау йәһәтенән эҙмә-эҙлекле һәм киң эшмәкәрлек алып бара.
Замандашыбыҙҙың тормош юлы ҡәҙимге кеүек, шул уҡ ва­ҡытта күптәр өсөн үрнәк. Урта белем ала, стратегик тәғәйенлә­неш­тәге ракета ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Артабан урындағы хужалыҡта биш йыл һыйыр һауа. Ул ғына түгел, эш башлаған осорҙа уҡ хеҙмәт ҡаҙаныштары буйынса районда икенсе урынға сыға, оҙаҡламай төбәк бәйгеһендә беренселекте яулай. Кушнаренко ауыл хужа­лығы техникумын ситтән тороп тамамлағас, ферма мөдире итеп тәғәйенләнә. Колхоз тарҡалғас иһә биш йыл мәктәптә биология һәм химиянан уҡыта. 2006 йылда ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп һайлана.
Атай нигеҙе эргәһендә матур йорт һалған Булат. Эште һөйөклө ҡатыны, Балтас районынан бында “таш булып” төшкән Мәүлиҙә Мөҙәрис ҡыҙы менән бергәләп йырып сыҡҡандар. Ханым да, биш балалы ғаиләлә кинйә ҡыҙ булараҡ, бәләкәйҙән бөтөн эште белеп үҫкән, тормошон ауылдан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай.
Мәүлиҙә менән Булат ике ул һәм ҡыҙ үҫтергән. Өлкәндәре Алмас авиация институтын тамамлап, Нефтекама автозаводында технолог булып эшләп йөрөй. Азамат менән Әлиә иһә – буласаҡ табиптар, Ижевск дәүләт медицина академияһында уҡыйҙар.
Рәшитовтарҙың күңел һалып шөғөлләнгән кәсептәре лә маҡ­тауға лайыҡ: байтаҡ йылдар бал ҡорто үрсетә улар. Хозур тәбиғәт ҡосағында йөҙләгән умарта тотоп, етерлек табыш алалар. Өҫтәүенә тиҫтәнән ашыу һауын һыйыры, бихисап ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Үҙ көсөң менән яуланған ошондай мул бәхеттә түгелме йәшәүҙең йәме һәм тәме?






Вернуться назад