Кемдеңдер тырыш хеҙмәт, ижад емеше булғанды юҡ итергә тырышыуҙы көсһөҙлөккә, бәғерһеҙлеккә тиңләргә мөмкиндер. Ә инде республика, халыҡ мәнфәғәтендә эшләнгәнде ҡыйратыу, зыян килтереү – бөтөнләй кешелекһеҙлек билдәһе.Өфөнөң Дим биҫтәһендәге бер фонтан уртаһында көршәк тотҡан ҡыҙ һыны ҡолатып төшөрөлдө, Дәүләт циркы алдындағы клоун Карандаш тотоп торған таяҡ һындырылды, Салауат Юлаев проспектында сәскә үҫтерелгән арба емерелде, Комсомол һәм Лесотехникум урамдары киҫелешендәге атлы егет һыны таш менән бәргеләнде...
Баш ҡаланың тышҡы йөҙөн күркәмләндереү, тарихи үткәнде сағылдырыу маҡсатында төрлө һындар, ҡоролмалар әүҙем урынлаштырыла. Әммә бер нисә көн элек кенә ошолай дүрт һәйкәлде емереү, зыянлау осраҡтарын күреп, һүҙһеҙ ҡалаһың. “Илһөйәрлек”, “рух” төшөнсәләре – ике һүҙебеҙҙең береһендә. Әммә улар ысынбарлыҡта Рәсәйҙең, Башҡортостандың берәй спорт командаһы еңеү яулағанда биткә әләм һүрәте төшөрөп, эскән килеш байраҡ итеп күтәреп ҡысҡырып йөрөү менән генә сикләнмәһен ине. Иң тәүҙә үҙең йәшәгән урамдың, ҡаланың төҙөклөгөн хәстәрләү, һәр сәскәһенә, һәйкәленә, һуҡмағына иғтибарлы булыу кәрәк түгелме?! Теге йәки был урында үҙебеҙҙе ҡыйырһытҡанды һис кисерә алмай, шунда уҡ хаҡлыҡ дауларға керешәбеҙ, ә бер зыянһыҙ, тирә-яҡты йәмләп торған һәйкәлдәргә ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтеү көсөбөҙҙән килмәй...